Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
25 Ноябрь 2021, 05:05

Башҡорт ҡыҙы Физәлиә Сәғиҙуллина- донъя чемпионатының көмөш призеры!

Ошо көндәрҙә Харковь ҡалаһында боронғо көрәш төрө- панкратион буйынса донъя чемпионаты булды. 

Башҡорт ҡыҙы Физәлиә Сәғиҙуллина- донъя чемпионатының көмөш призеры!Башҡорт ҡыҙы Физәлиә Сәғиҙуллина- донъя чемпионатының көмөш призеры!
Башҡорт ҡыҙы Физәлиә Сәғиҙуллина- донъя чемпионатының көмөш призеры!

Ағымдағы йылдың төп турнирында беҙҙең яҡташыбыҙ, башҡорт ҡыҙы Физәлиә Сәғиҙуллина бик уңышлы ғына сығыш яһап финалға сыҡты. Әммә хәл иткес алышта ғына уны Украина спортсыһы еңеп ҡуйҙы.
Әйкәндәй, Физәлиәнең карьераһында донъя чемпионатында сығыш яһау беренсегә булды. Беренсе тапҡыр ҡатнашыуына ҡарамаҫтан,ул үҙен бик етди һәм ышаныслы тотто. Стәрлетамаҡ ҡалаһының бар донъяға танылған "Батыр" ҡатнаш алыш клубының бәҫен төшөрмәне.
Физәлиәне  һәм уның тренеры Руслан Йәнбирҙинды көмөш миҙал алыуҙары менән ҡотлайбыҙ! Өмөтлө спортсыға артабан да яңы үрҙәрҙе яулауын теләйбеҙ!

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас