Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2021, 05:00

ТОРЛАҠ ТӨҘӨЛӨШӨН ҮҪТЕРЕҮГӘ ЮЛДАР АСЫЛА

Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм Стәрлетамаҡ районында торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү буйынса Башҡортостан Республикаһы  Хөкүмәте һәм төбәктең Төҙөлөштәр ассоциацияһы күсмә ултырышы үтте.

Башта Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге делегация “Яңы ҡала” торлаҡ комплексында экскурсияла булды. Бында төҙөлөш эштәрен һәм проекттарҙы “Риком” компанияһы алып бара. Компанияның директорҙар советы рәйесе Ринат Райманов компанияның төҙөлөш баҙарындағы тотҡан урыны менән тураһында ҡыҫҡаса бәйән итте:

– 2013 йылдан бирле 9 торлаҡ сафҡа индерелеп, 1854 ғаилә фатирлы булды. Тағы ла 1330 фатир һатыла. Беҙ тәүге йорттарыбыҙҙы төҙөй башлағанда нисек итеп хаҡтар менән сифатты яҡшыртыу тураһында уйланыҡ. Шулай уҡ беҙ һалған йорттар бәхетле баласаҡ өйөнә әйләнһен һәм ҡала халҡы башҡа уңайлыраҡ шарттарҙы эҙләп ситкә китмәһен өсөн барыһын да уйланыҡ. Шулай беҙҙең уңайлы торлаҡ комплекстарыбыҙ барлыҡҡа килде, – тине Ринат Фуат улы ысынлап та иркен фатир менән таныштырғанда. Күҙ алдына килтерегеҙ әле: ҡунаҡтар ҡабул итә торған ҙур бүлмә. Эргәһендә айырым балконлы бүлмә, етмәһә тағы ла айырым ике бүлмә, ике санузел. Күптәрҙең хыялы бит был!

Ҡала хакимиәтендә булған күсмә ултырышта ҡала округы торлаҡ төҙөлөшө үҫеше тураһында төплө доклад менән хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Радик Ғәлиев сығыш яһаны. Һүҙ төҙөлөштө Стәрлетамаҡ районына ҡәҙәр һуҙыу, проектты финанслау программаларында ҡатнашыу, банктар менән хеҙмәттәшлек итеү юлдары хаҡында барҙы.

Торлаҡ төҙөлөшөндә ер участкалары булмағанлыҡ бәкәлгә һуға, артабан үҫеште үҫтереүгә ҡамасаулай. Ә ере булған урындарҙа инженер коммуникацияларына ҡытлыҡ, – тип билдәләп үтте Рөстәм  Фәрит улы.

Артабан Стәрлетамаҡтың агросәнәғәт комплексы предприятиеларҙың продукциялары күргәҙмәһе менән яҡындан танышҡандан һуң сараның төп өлөшө – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ултырышы үтте. Сараны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров алып барҙы. Башта ҡалабыҙҙың социаль-иҡтисади хәле менән ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов таныштырҙы.

Ҡалала 8 милли проект тормошҡа ашырыла – был ҡала үҫешенә этәргес көс бирә. Шул уҡ ваҡытта байтаҡ социаль учреждениеларҙы төҙөкләндерергә кәрәк, атап әйткәндә, 38 мәктәптең 19-ы капиталь ремонтҡа мохтаж, - тине Рөстәм Фәрит улы. Әлбиттә, был проблемаларҙы БР Хөкүмәте вәкилдәре ишетеп, аңлап, киләсәктә әлеге проблемаларҙы хәл итергә республика ҡаҙнаһынан ярҙам булыр тигән өмөт бар.

Аҙаҡ республиканың һәр тармаҡ министрҙары берәм-берәм ҡалабыҙҙың һәр өлкәлә булған уңыштарын билдәләп үтте.

Андрей Назаров эш сәфәре барышында урындағы төп предприятиеларҙың етәкселәре менән осрашып, кеше сәләмәтлегенә зыян итеүсе һауаны бысратыусы матдәләрҙе бөтөрөү маҡсатында производствоны модернизирлау юлдарын да билдәләне. Ошо маҡсатҡа Башҡорт сода компанияһында киләһе йылдарҙа 500 миллион һум бүленәсәк. Шулай уҡ һауаны контролләү өсөн автоматлаштырылған станцияларҙың һанын тағы ла арттырырға ҡарар иттеләр. Бынан тыш, ҡалабыҙ “Таҙа һауа” федераль проектына ла индереләсәк. Эш сәфәрендә тағы ла бер мәсьәлә тураһында һүҙ булды. Ул да булһа – йәмәғәтселек транспорты. Был тәңгәлдә ҡалабыҙға тағы ла 9 яңы троллейбус вәғәҙә иттеләр.

Эш сәфәрен йомғаҡлап, Андрей Геннадьевич ҡатмарлы мәсьәләләр булһа ла, хәл итерлек тип билдәләп үтте. Финанслау мөмкинлектәрен дә табырға вәғәҙә итте ул.

– Стәрлетамаҡта 12 миллиард һумлыҡ 68 проект тормошҡа ашырыла, эшһеҙлек 4,5 тапҡыр кәмегән – был яҡшы күрһәткестәр, әммә ял итеү урындары, транспорт проблемалары барлығын да оноторға ярамай, – тине Премьер-министр.

Әлбиттә, сара барышында урындағы инвестиция әүҙемлегенә бәйле, кесе бизнесты үҫтереү, юлдарҙы төҙөкләндереү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм спорт объекттарын төҙөү мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы. Шулай итеп, киләһе 2022 йылға ихаталарҙы төҙөкләндереү, подъездарҙы ремонтлау, коммуналь техника һатып алыу һәм ҡала архивын ойоштороу өсөн аҡса бүлергә тигән ҡарар ҡабул ителде.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Сергей КРАМСКОВ фотоһы.

ТОРЛАҠ ТӨҘӨЛӨШӨН ҮҪТЕРЕҮГӘ ЮЛДАР АСЫЛА
ТОРЛАҠ ТӨҘӨЛӨШӨН ҮҪТЕРЕҮГӘ ЮЛДАР АСЫЛА
Автор:Римма Галимова
Читайте нас