Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2021, 07:19

Юристар форумына рәхим итегеҙ!

9-10 декабрҙә Өфөлә “Заман шарттарында хоҡуҡи системаның үҙгәреше” VII Рәсәй юридик форумы үтәсәк.

Юристар форумына рәхим итегеҙ!Юристар форумына рәхим итегеҙ!
Юристар форумына рәхим итегеҙ!

Был форумда хоҡуҡи система үҙгәрешенең йәмғиәт һәм дәүләт өсөн айырыуса мөһим аспекттарына ҡағылған мәсьәләләр буйынса фекер алышасаҡтар.
Мәҫәлән, яңы технологияларға бәйле яңылыҡтар, шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлауҙы тәьмин итеү, яңы йүнәлештәр буйынса юристар әҙерләү, һанлы грамоталылыҡты үҫтереү һәм башҡалар", - тип Рәсәй юристары ассоциацияһының төбәк бүлексәһе рәйесе, Дәүләт Думаһының Дәүләт ҡоролошо һәм закондар сығарыу буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ирина Панькинаның фекере менән уртаҡлашты матбуғат хеҙмәте.

Форумға ярашлы, шулай уҡ Рәсәй юристары ассоциацияһы төбәк бүлексәһе конференцияһы, уның ҡарамағындағы йәш юристар советы ултырышы, Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы диктант ойоштороласаҡ. Быларҙан тыш, сара барышында Дәүләт Думаһының Дәүләт ҡоролошо һәм закондар сығарыу буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинниковтың “Семь жизней графа Михаила Сперанского” китабының исем туйы үтәсәк. Ул дәүләт эшмәкәренең тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас