Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2021, 10:25

Иң бейек шыршы Өфөлә

25 ноябрь төнөндә урман һылыуҡайын Владимир Ильич Ленин исемендәге майҙанға ҡуйҙылар, тип хәбәр итә Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәте.

85 йәшлек 35 метр бейеклектәге был шыршыны Благовещен районынан алып килгәндәр. Әйткәндәй, үткән йылда ла 30 метрлыҡ ылыҫлы ҡупшыҡайҙы шунан килтергән булғандар. Өфө мэры Сергей Греков һүҙҙәренә ҡарағанда, ул Рәсәйҙең иң бейек шыршыһы тип танылған булған, был йәһәттән Өфө шыршыһы быйыл да бейеклеге буйынса рекорд ҡуйған.
Римма ҒӘЛИМОВА.

Иң бейек шыршы Өфөлә
Иң бейек шыршы Өфөлә
Автор:Римма Галимова
Читайте нас