Ольга Осипова ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң ҙур дөйөм ауырлыҡ менән (485 кг) “45-49 йәш оҫталары” номинацияһында 1-се урын яуланы. Шулай уҡ ул чемпионатта ҡатын-ҡыҙҙар араһында 200 кг максималь ауырлыҡты күтәрҙе. Ә Надежда Васильева 320 кг дөйөм ауырлыҡ менән 56 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында 1-се урын яуланы. Ике спортсы ла пауэрлифтингта спорт мастеры исеменә лайыҡ булды.
Йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек мәғлүмәте.
Р.ҒӘЛИМОВА.