Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2021, 10:40

КАМПУС ТӨҘӨРГӘ ХЫЯЛЛАНҒАНДА…

Радий Хәбиров : Вуздар араһында донъя кимәлендәге студент кампусы булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Был идеяға беҙ бынан ике йыл элек тотонғайныҡ инде. 2021 йылдың авгусында был объектты төҙөү идеяһын Владимир Путин күтәреп алды, беҙ уға бының өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Шулай итеп беҙҙең кампус донъя кимәлендәге Рәсәйҙә төҙөләсәк 8 кампустың шорт-битенә инеп китте. Беренсе этапта 2022-2023 йылдарҙа Өфөнөң Зәки Вәлиди урамындағы юғары технологиялы «Ю-парк» Технопарк бинаһын төҙөкләндереүҙе тамамлайбыҙ. Бында коворкингтар, һанлы китапхана урынлашырырға уйлайбыҙ. Студент компанияларының офистары, юғары уҡыу йорттары ҡарамағындағы бәләкәй инновацион предприятиелар, лабораториялар ҙа буласаҡ. Икенсе этапта ошо уҡ районда заманса студент ятаҡтары төҙөйәсәкбеҙ. Был 2025 йылдың аҙағына тиклем һуҙылыр тип уйлайбыҙ. Кампустың үҙәк майҙаны – 100 кв.м.ҙан күберәк, бында 3500 студент һәм аспиранттар йәшәйәсәк тип фаразлана. Әлбиттә, кампус – ятаҡ бинаһы ғына түгел. Ул төрлө йүнәлештәге донъя кимәлендәге лабораториялары булған белем биреү үҙәге, тулы фәнни ҡаласыҡ тиергә була. Студент тормошо ҡайнап торһон өсөн заманса спорт һәм йәмәғәтселек даирәһе, йәш категорияһын иҫәпкә алып ял итеү зонаһы ла кәрәк буласаҡ. Был тәңғәлдә эштәребеҙ етерлек. Әлбиттә был эштә уҡытыусыларҙың, студенттарҙың, ҡунаҡтарҙың мәнфәғәттәре иҫәпкә алынып, кампус заманса шартлы, уңайлы булырға тейеш.

Р.ҒӘЛИМОВА әҙерләне.

КАМПУС ТӨҘӨРГӘ ХЫЯЛЛАНҒАНДА…
КАМПУС ТӨҘӨРГӘ ХЫЯЛЛАНҒАНДА…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас