Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2021, 09:25

НЕРВЫЛАР ҠАҠШАМАҺЫН.

Ололар үҙҙәре лә, ата-әсәләр баланы ла неврологҡа күрһәтеүҙе ғәжәпләнеп һәм хатта ҡурҡып ҡабул итә. Әммә бала һау-сәләмәт күренһә лә, белгес уны ҡарарға тейеш. Бер йәшкә тиклем медицина комиссияһы үткән мәлдә, аҙаҡ һирәк булһа ла (һүрәттә Александра Егорова ҡыҙы Софья менән килгән һымаҡ) профилактика өсөн невролог ишеген шаҡып тороу мөһим. Ни өсөн улай кәрәклеге, телмәрҙә проблема, эпилепсия, иҫтән яҙыу, баш ауыртыу һәм психосоматик ауырыуҙар һәм уларҙы булдырмаҫ өсөн нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында Ҡала балалар дауаханаһының 3-сө поликлиника бүлеге педиатрневрологы Әлмира Вафина бәйән итте.

НЕРВЫЛАР ҠАҠШАМАҺЫН.НЕРВЫЛАР ҠАҠШАМАҺЫН.
НЕРВЫЛАР ҠАҠШАМАҺЫН.

   Әлмира Зинфир ҡыҙы, Өфө дәүләт медицина университетының дауалау факультетында педиатрия бүлеген тамамлағандан һуң, артабан белемен махсуслаштырыу маҡсатында интернатура үткән. Стәрлетамаҡта ул 2002 йылдан бирле 1-се балалар поликлиникаһында участка педиатры һәм педиатрия бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы булып эшләй. Шулай уҡ Әлмира Вафина өҫтәмә рәүештә табипневролог һөнәре буйынса белемен камиллаштырып, төп эше табип-педиатрҙан тыш, балалар неврологы булараҡ та кескәй пациенттарҙы ҡабул итә.
    Балалар табиптарының һәр минуты кескәйҙәргә ярҙам итеүгә бағышланған, тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ. Шуға ла был яуаплы, ҡатмарлы һөнәрҙе тик сыҙамлы, миһырбанлы кешеләр генә үҙ итә алалыр. Әлмира Вафина тап шундай, үҙ эшенә мөкиббән киткән табип-неврологтарҙың береһе.
   – Педиатрға килгән элекке балаларҙы медицина тикшереүен үтергә неврологҡа алып киләләр. Кескәйҙәр мине танып, был бит минең табибым, тип ебәрәләр! Минең өсөн ярҙамыма мохтаж бәләкәстәргә бөтөн яҡлап та ярҙам итә алыуым һәм мине танып күҙҙәрендәге шатлыҡты күреү ысын бәхет! – ти Әлмира Зинфир ҡыҙы. Неврологияға килгәндә, бала телмәренең ҡайһы бер дефекттары барлыҡҡа килеүе лә нервылар системаһы үҙенсәлектәренә ҡайтып ҡала. Шуға ла телмәр етешһеҙлектәрен диагностикалау һәм коррекциялау процесында балалар неврологының ҡатнашыуы мөһим. Ҡайһы саҡ атаәсәләр баланың телмәрендәге проблемалар буйынса ғына борсола, башҡа хәүефле билдәләрҙе күрмәүҙәре лә мөмкин. Ә тәжрибәле белгес проблеманың күпкә тәрәнерәк ятыуын аңлай һәм күрә белә. Бары тик невролог ҡына хәүефле симптомдарҙың сәбәбен асыҡларға ярҙам итеүсе тейешле тикшереүҙәрҙе үткәрә ала. Атаәсәләргә проблеманы ҙурға ебәрмәҫкә, ваҡытында хәл итергә кәрәк тигән фекерҙә ул.
 Телмәрҙәге тайпылыштар нервылар системаһындағы органик тайпылыштар арҡаһында ла булырға мөмкин. Белгестәр билдәләүенсә, бының сәбәптәре төрлө: йөклө ваҡыттағы токсикоз йә иһә инфекциялар, асфиксия, тән йәрәхәттәре һ.б. Бындай осраҡтарҙа инде ваҡытында мөрәжәғәт итеп өлгөрөү мөһим. Патология асыҡланғанда, табип дауалау курсын тәғәйенләй. Был мотлаҡ медикаментоз дауаланыу тигәнде аңлатмай, күбеһенсә дауалаусы физик культура (ЛФК), массаж йә иһә физиотерапевтик процедуралар менән генә дауаланырға ҡушабыҙ, ти тәжрибәле табип.
  – Неврологик ауырыуҙар төрлөсә асыҡлана. Ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәрҙе йә педиатр, йә баланың әсәһе һиҙеп ҡала. Хәҙерге заманда күбеһе “Баламдың телмәре үҫешмәй, ни эшләргә?” тигән һорау менән мөрәжәғәт итә, – ти Әлмира Вафина.
 – Ҡайһы бер ата-әсә лә бәләкәй генә баланың телевизор, компьютер экранына ҡарап оҙаҡ ултырыуына артыҡ иғтибар бирмәй. Әммә улар компьютер уйындарының ыңғай яҡтарынан башҡа, кире яҡтары булыуын да иҫтә тотһон ине. Ата-әсәләр элеккесә китап уҡып, әкиәттең йөкмәткеһе буйынса бала менән әңгәмәләшһә, кескәйҙәрҙә һөйләм төҙөү күнекмәләре камиллаша. Хәҙер бит табипҡа күренергә тип килгән әсәләр ҙә, балаһы иламаһын тип, әүрәтергә телефондарын тоттороп ҡуялар, – тип дәғүә лә белдерә табип. Әлмира Зинфир ҡыҙы әйтеүенсә, барлыҡ телефон, заманса йәнһүрәттәр баланың үҫешеп етмәгән нервы системаһына кире йоғонто ғына яһай.
  – Ҡайһы бер ата-әсәләргә аптырап та ҡуяһың. Невролог берәй диагноз ҡуйҙы икән, ваҡытында дауалана башламайынса, төрлө күрәҙәсе әбейҙәргә йөрөтөп, үҙ аллы дауалай башлайҙар, – тип аптырай ул. Йыш ҡына ата-әсәләр “Балабыҙ бик ҡыҙыу, ниңә шулай икән?” - тип ғәжәпләнә. Табип һүҙҙәренсә, нервозлыҡ балаларҙа төрлөсә күҙәтелеүе мөмкин. Берәүҙәр үтә тынғыһыҙ, үҙ һүҙле, ә икенселәре ғәҙәттән тыш һүлпән, йомоҡ, баҫалҡы була. Ауырыуҙың төп сәбәбе – балаға кесе йәштән үк дөрөҫ тәрбиә бирмәү.
 – Беҙ, неврологтар бала менән мөнәсәбәттә, уға талап ҡуйыуҙа һаҡсыллыҡ кәрәк тип билдәләйбеҙ, – ти Әлмира Вафина. Уның фекеренсә, сабыйҙың кесе йәштән үк бөтә нәмәне белергә, тотоп ҡарарға ынтылыуы тәбиғи. Сөнки баланың был ваҡытта үҙәк нервы системаһы камиллаша. Әгәр был мәлдә бала һәр ваҡыт тыйыу, сикләү тойһа, ул илаҡҡа, тиҫкәрегә, үпкәселгә әйләнә. Йыш ҡына унда үҙһүҙлелек сифаты өҫтөнлөк ала. Ҙурайғас, бындай бала тормошҡа яраҡлашмаған, күберәк эске кисерештәргә бирелеүсән кешегә әйләнә. Ә ҡайһы бер ғаиләләрҙә был хәлдең киреһе күҙәтелә. Балаға бар нәмә рөхсәт ителә. Ундай балалар, үҫкән һайын талаптарын арттыра барып, шулай уҡ үҙ һүҙле булып үҫә. Балаларҙа сир барлыҡҡа килеүҙә нервы системаһына насар тәьҫир итеүсе факторҙар ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, кескәй баланы самаһыҙ уйнатыу, көлдөрөү уның нервы системаһын арыта, ахыр сиктә бала илай, насар йоҡлай башлай. Шулай уҡ балаларға бәләкәйҙән үк шиғыр ятлатыу, хәреф өйрәтеү дөрөҫ түгел. Бигерәк тә уның үҙенең теләге булмаһа, мәжбүр итеү тыйыла. Бала күңеленә бөтә нәмәне яҡын ҡабул итә. Ул бит аҡ ҡағыҙ төҫлө. Ғаиләләге ыҙғыш, эскелек, насар күренештәр ҙә нервы-психик системаһында насар эҙ ҡалдыра. Баланың йоҡлағанда аҫтын еүешләүе лә (энурез) нервы ауырыуы тигән һүҙ. Уны ваҡытында дауаламағанда, был сирҙең ҡаты нервы ауырыуына һабыштырыуы ихтимал. Нервы сирен дауалағанда төрлө физик факторҙарҙы ҡулланыу бигерәк тә файҙалы. Саф һауала булыу, йәйгеһен һыу инеү, спорт менән шөғөлләнеү тиҙерәк һауығыуға булышлыҡ итә.
Балалар һаулығы тураһында һүҙ йөрөткәндә тағы ла яҡындарының һөйөүе, иғтибары кеүек төшөнсәләрҙең мөһимлеген дә онотмайыҡ, – тип тамамланы һүҙен тәжрибәле белгес Әлмира Вафина.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас