Ир мәсеткә йөрөгән һәм унда Сүриәләге Рәсәйҙә тыйылған “Ислам дәүләте” ойошмаһының хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашырға димләгән кеше менән танышҡан. Димләгән террорсы Рәсәйҙән ҡаса, ә Усманов уның менән бәйләнешен өҙмәй, бөтә ҡушҡандарын үтәп тора, шул иҫәптән аҡса ла йыя. Мәҫәлән, уның сит илдә теркәлгән иҫәптәргә 100 мең һум тирәһе аҡса күсереүе билдәле була.
Тикшереү барышында ирҙең фатирында тыйылған дини китаптар, төрлө ҡорамалдар табыла. Суд Роберт Усмановты өс йылға колонияға ебәрә. Кешеләр менән танышҡанда, аралашҡанда уяу булайыҡ, йәмәғәт!
Р.ҒӘЛИМОВА.