Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2021, 09:20

Хәүефһеҙ булһын бала саҡ.

Бөгөн 1-се ҡала дауаханаһында матбуғат конференцияһы ойошторола. Тик, медицина темаһы буйынса түгел, дауахана “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ бала саҡ” проектында ҡатнаша

Рәсәй ЮХХДИһы тарафынан булдырылған был проекттың асылында балаларҙы автомобилдәрҙә хәүефһеҙ йөрөтөү темаһы ята һәм уның беҙҙең ҡалала ла тормошҡа ашырылыуы ҡыуаныслы, сөнки статистика мәғлүмәттәренә таянғанда, аварияларҙа нәҡ хәүефһеҙлек креслоһында ултырмаған, ҡайыш менән эләктерелмәгән балалар тән йәрәхәттәре ала, хатта һәләк була.
Рәсәйҙә әлеге проект 2019 йылдан бирле эшләп килә һәм ул 65 төбәккә таралған, 201 йыл аҙағына тиклем ғәмәлгә ашырыласаҡ “Хәүефһеҙ бала саҡ” йәмғеһе 85 төбәктә уҙғарыласаҡ. Башҡортостанда ике үҙәк күҙ уңында тотола – береһе 1-се ҡала дауаханаһы булһа, икенсеһе – Республика перинаталь үҙәк.

Р.Ғәбдрәшитов.

Хәүефһеҙ булһын бала саҡ.
Хәүефһеҙ булһын бала саҡ.
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас