Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2021, 06:31

Башҡорт ҡыҙҙары миллионер булған!

Ошо көндәрҙә Сочи ҡалаһындағы «Сириус» мәғариф үҙәгендә «Һинең аҙым» Бөтә Рәсәй студенттар конкурсына йомғаҡ яһалды.

Башҡорт ҡыҙҙары миллионер булған!Башҡорт ҡыҙҙары миллионер булған!
Башҡорт ҡыҙҙары миллионер булған!

Бәйге апрелдә иғлан ителгәйне, унда илдең төрлө төбәгенән 560 меңдән ашыу кеше үҙ көсөн һынап ҡараны. Шуларҙың меңе генә ярымфиналға үтте (Башҡортостандан 12 студент).
Конкурстың төп этабында студенттар төркөмдәргә, йәғни факультеттарға бүленеп эшләне. Улар оҫталыҡ дәрестәре үтте, киләсәк университетының проектын төҙөнө, заман йәштәренең һәм ил вуздарының мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнашты. Мәҫәлән, еңеүселәрҙең береһе Кәримә Әхтәмова сәйәхәт факультетын һайлаған һәм һис яңылышмаған.
Бәйге аҙағында 200 еңеүсе һайлап алынған, улар араһында беҙҙең ҡыҙҙар ӨДАТУ-ның ике студенты Кәримә Әхтәмова һәм Эльвина Нәбиева миллион һум премия менән бүләкләнгән. Аҡсаны артабан уҡыу, үҙ эшеңде асыу һәм үҫтереү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн тотонорға мөмкин. Бынан тыш, сумманың биш процентын шәхси хыялыңды тормошҡа ашырыу маҡсатында ла файҙаланырға була.
Кәримә менән Эльвинаға афарин тиергә генә ҡала!

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас