Уларҙы тотҡан ваҡытта ғәйепле әҙәм үҙенең әшнәһе менән ҡаршылыҡ күрһәтә. Ҡасырға ҡамасаулағанда улар участковыйҙың табель ҡоралын тартып алып, уға 4 тапҡыр аталар һәм ҡүҙҙән юғалалар. Бәхеткә күрә, полиция хеҙмәткәре тере, уның хәле тотороҡло тип билдәләнә. Стәрлебаш районына Өфөнән полиция полковнигы Андрей Москвитин етәкселегендә БР буйынса Эске Эштәр министрлығының оператив подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре ебәрелгән. Федоровка районында полицейскийҙарға һөжүм итеүселәрҙең автомашиналары табылған. « Уларҙы ҡулға алыу өсөн саралар күрелә», тип хәбәр иткәйне структураның матбуғат хеҙмәте. Енәйәтселәр ҡулға алынған. Полицейскийҙы йәрәхәтләгәне үҙенә ҡул һалырға маташҡанда, уны ҡотҡарып дауаханаға оҙатҡандар.
Фото интернеттан алынды.
Р.ҒӘЛИМОВА.