Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2021, 03:17

Республикала яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыуҙы сикләүҙәр йомшартыла/

Дәүләт Йыйылышында тейешле республика законына төҙәтмәләр әҙерләнде һәм 3-6 ғинуарҙа магазиндарҙа иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем алкоголь һатыуҙы рөхсәт итергә тигән тәҡдим индерелде.

Республикала яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыуҙы сикләүҙәр йомшартыла/Республикала яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыуҙы сикләүҙәр йомшартыла/
Республикала яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыуҙы сикләүҙәр йомшартыла/

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем 3 ғинуарҙа спиртлы эсемлектәрҙе дөйөм туҡланыу урындарында ғына һатып алырға мөмкин ине, 4-6 ғинуарҙа магазиндарҙа хәмер сәғәт иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә ҡәҙәр һатылды.
Бизнес-берләшмә менән кәңәшләшкәндән һуң сикләүҙәрҙе йомшартырға хәл ителде. Закон проекты менән Башҡортостандың сауҙа министры урынбаҫары Азат Асҡаров таныштырҙы.
Яңы йыл каникулдарында иҫерткес эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләү тураһында закон 2019 йылда ҡабул ителгәйне. Башҡортостан әлегә илдә ошондай тәжрибә үткәрелгән берҙән-бер төбәк булып тора.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас