

Стәрлетамаҡта йәшәүсе Рүзилә Шәрипова “Иң яҡшы ҡурсаҡ авторы” номинацияһында еңеүсе булды. Ул үҙ ҡулдары менән төрлө ҡурсаҡтар бәйләй. – Сепрәктән эшләнгән, төрлө ептәрҙән бәйләнгән ҡурсаҡ борондан балаларҙың яратҡан уйынсығы булған. Ҡыҙҙар уның менән уйнап, өйҙәге эштәргә өйрәнгән, төрлө ролдәргә инеп ҡараған, ул – зиһенде үҫтереүсе иң яҡшы уйынсыҡтарҙың береһе лә. Уның менән уйнау баланың хис-тойғоларын байытыуға, бүтәндәрҙе тыңлай белеү, иптәшлек тойғоһон үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ошо шөғөлгә тотоноуымдың бер сәбәбе әлеге хазинаны күберәк булдырыу ине, – ти Рүзилә Фәнир ҡыҙы еңеү шатлығы менән уртаҡлашып.
Был конкурстың “Иң яҡшы автор сувениры” номинацияһында ла еңеүсе – нәҡ беҙҙең ҡаланан! Әйткәндәй, “Ашҡаҙар” гәзите үткәргән “Берёзка” шифаханаһына юллама оттороу уйынында ла уңыш тап Луиза Ғәлимоваға йылмайҙы. Килгәс килә бит бәхет ишелеп бер юлы!
– Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре бай һәм күп төрлө. Байрам, йола мәлендә, көндәлек тормошта төҫ-башты биҙәү өсөн ҡулланылғандары бар. Мин был конкурсҡа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн эшләнгән төрлө биҙәүестәрҙе тәҡдим иттем, әммә еңеү өсөн түгел, ә ҡул эштәрем менән таныштырыу маҡсатында ғына ебәргәйнем. Уйламағанда шылтыратып ҡыуандырып ҡуйҙылар. Милли кейем – милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил бит ул. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын, ата-бабалар ҡомартҡыһын бар донъяға танытыу өсөн бына биш йыл тирәһе инде башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары өсөн төрлө биҙәүестәр эшләйем, былтыр ошо эштәремде ҡала халҡына танытҡаны һәм шифаханала ял итеү мөмкинлеге бүләк иткәне өсөн “Ашҡаҙар” гәзитенә ҙур рәхмәт, – ти Луиза Зәкәриә ҡыҙы.
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Яратҡан шөғөлдәре үҙҙәре өсөн генә түгел, халыҡҡа ла файҙа килтерһен, юлдары гел асыҡ булһын тип теләйбеҙ.