2021 йылда иҫәпләүҙең яңы методикаһын ҡабул иткәндәр. Хеҙмәт министрлығы иһә фәҡирлектең кәмеүенә кешеләрҙең хеҙмәт күрһәтеү, төҙөлөш һәм башҡа өлкәләрҙә ваҡытлыса мәшғүллеге булышлыҡ иткән тип иҫәпләй. Шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балаларға, мәктәп уҡыусыларына һәм пенсионерҙарға бирелгән түләүҙәр, бынан тыш, әҙ тәьмин ителгәндәр өсөн индерелгән ярҙам саралары эҙһеҙ үтмәгән.
Р. ҒӘЛИМОВА.