

Александр Лукашенко Беларуста Рәсәй төбәгенән ошондай ҙур делегацияны күреүенә шат булыуын белдерҙе.
Дәүләт етәксеһе ике яҡтың мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, тәү сиратта машиналар эшләү тауарҙарын алыуҙы арттырырға кәрәклеген әйтте. Беларусь беҙгә иң заманса автомобиль, ауыл хужалығы, юл-төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ техникаһын тәҡдим итергә әҙер, уларҙа илдең алдынғы МАЗ, МТЗ, “Гомсельмаш”, “Амкодора”, “БелАЗ” һәм “Могилевлифтмаш” предприятиелары бар.
– Беҙ һәр ваҡыт бөтә тармаҡтарҙа ла йыйылған тәжрибә һәм технологиялар менән уртаҡлаша алабыҙ, һеҙҙән серҙәребеҙ булманы һәм булмаясаҡ, – тине Президент.Уның фекеренсә, Беларустан аҙыҡ-түлек тауарҙарын килтереүҙе үҫтереү ҙә - мөһим йүнәлеш, уны беҙҙә яҡшы беләләр. Беларусь белгестәре мәктәптәр, балалар баҡсалары, күп профилле мәҙәниәт-спорт комплекстарын проектлау һәм төҙөүҙә ҡатнашырға әҙер. Социаль объекттар ҙа ҙур иғтибар уята ала.
– Шулай уҡ Беларусь һыу таҙартыу, һыу әҙерләү һәм уны бүлеү өсөн заманса технологиялар, ҡорамалдар, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сортҡа бүлеү, эшкәртеү буйынса тулы цикл ҡорамалдарын һәм технологияларын тәҡдим итергә әҙер. Бының Рәсәйҙә лә ҙур проблема икәнлеген беләм. Был тәңгәлдә илегеҙҙең башҡа төбәктәре менән уңышлы эшләйбеҙ, – тине Александр Лукашенко.
Беларусь Президенты әйтеүенсә, иҡтисад менән генә мауығып, гуманитар һәм мәғлүмәттәр өлкәһен, мәғариф, фән, мәҙәниәт тармаҡтарында хеҙмәттәшлекте лә оноторға ярамай.
– Мин әйткән йүнәлештәрҙең генә беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе үҙ эсенә алып бөтмәгәнен беләм. Һеҙ бында булған һәм теләгән предприятиеларға барған саҡта хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәре барлыҡҡа килер тип ышанам, - тине ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беларустарға ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт әйтте.
– Бында беҙҙе туғандары, яҡын дуҫтары кеүек ҡаршы алдылар. Башҡортостан менән Беларусь халҡы – ысынлап та, туғандар. Беҙҙең уртаҡ тарихыбыҙ бар. Ата-бабаларыбыҙ бергәләп дошмандарға ҡаршы һуғышҡан. Беҙҙе күп нәмә бәйләй, – тине Радий Фәрит улы. – Әле бында дөйөм үҫеш, хеҙмәттәшлек өсөн тормошҡа ашырылмаған ҙур мөмкинлектәр бар. Һеҙҙең менән эшләргә теләйбеҙ, ике яҡтағы халыҡтарҙың именлеге һаҡланырға, мөнәсәбәттәребеҙ яҡшырырға тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.