Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2021, 06:55

Вакцина яһатмағандар ҡунаҡханаларға урынлаша алмай

1 декабрҙән республиканың отель һәм ҡунаҡханаларына вакцина эшләтеү тураһында сертификат, коронавирус менән сирләү тураһында белешмә, йә булмаһа кире ПЦР һөҙөмтәһе менән бергә вакцина яһатырға ярамағанлығы тураһында белешмә буйынса ғына урынлашырға мөмкин. Быға бәйле, Стәрлетамаҡта сауҙа үҙәктәре, дөйөм туҡланыу урындары, ҡунаҡханалар  һәм отелдәр буйлап рейдтар үтеп тора.

Хәҙер ҡайҙа ғына барһаҡ та беҙҙең температураны тикшерәләр һәм битлек менән генә индерәләр. Беҙ быға күнегеп тә бөттөк буғай. Улай ғына ла түгел, сауҙа үҙәктәрендә прививка яһатыу тураһында сертификат та талап ителә. 1 декабрҙән был документты күрһәтеү исемлеге артты. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, индерелгән яңылыҡтарҙы бар ерҙә лә ҡабул итеп бөтмәйҙәр әле. Ә бына ҡала ҡунаҡханаларында талаптар нисек үткәрелә икән? Ҡала хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлегенең баш белгес Р. Ибәтуллина, полицияның кесе сержанты Р. Ишморатов менән беҙ ҙә Гранд-отель “Восток”та һәм башҡа ҡунаҡханаларҙа рейдта ҡатнаштыҡ. Отелгә мин рейд башланғансы бер тапҡыр инеп сыҡҡайным инде. Тәүҙә тән температурамды тикшерҙеләр, битлекте ҡаплағас ҡына индерҙеләр. Ысынлап та, был отелдә бар йәһәттән дә тәртип булып сыҡты. Уларҙың махсус журналы бар. Шулай уҡ һәр ике сәғәт һайын бында дезинфекция үткәрелеп тора, был хаҡта йыйыштырыусы махсус дәфтәргә теркәп бара икән. Улай ғына ла түгел, ҡунаҡтарҙы урынлаштырыуҙа ла ковидҡа ҡаршы көрәш буйынса талаптар үтәлә бында. Тик вакцина эшләтеү тураһында сертификат, коронавирус менән сирләү тураһында белешмә, йә булмаһа кире ПЦР һөҙөмтәһе менән бергә вакцина яһатырға ярамағанлығы тураһында белешмә буйынса ғына урынлаштыралар. Дөйөм алғанда, был ҡунаҡханаға килеп урынлашҡан ҡунаҡтарға хафаланырға урын юҡ тип һығымта яһарға булалыр.

Комиссия ағзалары, бынан тыш, “Корона”, “Комфорт” ҡунаҡханаларында һәм “Купец”, “Рандеву” кафеларында ла булды. Рейдты йомғаҡлап, Резеда Рауил ҡыҙы:

– Беҙ тикшереп үткән объекттарҙа, ғөмүмән, талаптар үтәлә, хәүефләнергә урын юҡ, – тип билдәләне. Ысынлап та, һәр кем үҙ урынында белгестәр ҡушҡанды, талаптарҙы үтәгәндә был афәт менән дә тиҙерәк ҡотолор инек.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Вакцина яһатмағандар ҡунаҡханаларға урынлаша алмай
Вакцина яһатмағандар ҡунаҡханаларға урынлаша алмай
Автор:Римма Галимова
Читайте нас