Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Яңылыҡтар
8 Декабря 2021, 08:22

10 айлыҡ бала ярты сәғәт көрт эсендә ятҡан.

Был хәл Иглин районында теркәлгән. 

10 айлыҡ бала ярты сәғәт көрт эсендә ятҡан.10 айлыҡ бала ярты сәғәт көрт эсендә ятҡан.
10 айлыҡ бала ярты сәғәт көрт эсендә ятҡан.

Әсә кеше 10 айлыҡ балаһын бер туғанына ҡалдырып, эш буйынса сығып китә. Тик апай кеше төп бурысын онота. Ул спиртлы эсемлек ҡуллана һәм тәмәке тартыу өсөн баланы күтәреп, балконға сығып баҫа. Тик ниндәйҙер мәлдә сабый уның ҡулынан ысҡынып 1-се ҡаттан  көрткә барып төшә. Баланы ҡотҡарырға ашыҡҡан ҡатын кеше юл ыңғайына эсәм тип,хәмергә әүрәп бала тураһында бөтөнләй онота. Һөҙөмтәлә "татлы" йоҡоға тала. Бер аҙҙан йортона ҡайтҡан әсә балаһын көрттән табып ала, ә өйҙә эсеп йоҡлап ятҡан туғанын күрә.

Сабыйҙы дауаханаға алып китәләр, әле уның хәле йүнәлеүгә табан бара. Тәфтишселәр эсеп ятҡан ҡатынға ҡарата енәйәт эше аса. Уға бер йыл иркенән мәхрүм ителеү янай.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас