Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2021, 05:45

Яңы йылда МРОТ артасаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путин минималь хеҙмәт хаҡын арттырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. 2022 йылдың 1 ғинуарынан эш хаҡының минималь күләме 13890 һум тәшкил итәсәк.

Был һан әлеге минималь эш хаҡынан 1000 һумға күберәк. Был аҡса 2022-2024 йылдарға федераль бюджетта ҡаралған. Ә бына республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, урал коэффициентын иҫәпкә алып тик Межгорьены иҫәпкә алмай ғына, МРОТ 15 973,5 һум тәшкил итәсәк. МРОТты күтәреү моциаль пособиеларҙың күләменә, шул иҫәптән балалы ғаиләләргә түләү һәм пенсияларға өҫтәмәләргә лә ҡағыласаҡ.

#Путин #ПрезидентРФ #ВладимирПутин #ВВП #МРОТ
Р.ҒӘЛИМОВА.

Яңы йылда МРОТ артасаҡ
Яңы йылда МРОТ артасаҡ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас