Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
9 Декабрь 2021, 07:35

СТӘРЛЕТАМАҠ КВН командаһы "КИВИН-2022" ҡатнаша.

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт һарайында йәштәр араһында КВН уйындары үтте

СТӘРЛЕТАМАҠ КВН командаһы "КИВИН-2022" ҡатнаша.СТӘРЛЕТАМАҠ КВН командаһы "КИВИН-2022" ҡатнаша.
СТӘРЛЕТАМАҠ КВН командаһы "КИВИН-2022" ҡатнаша.
Яңы йыл кубогы өсөн Рәсәйҙән һәм Ҡаҙағстандан барыһы 18 команда ҡатнашты. Уйындың беренсе өлөшөндә 10 команда сығыш сығыш яһаһа, КВН уйындарының юғары лигаһында ҡатнашып ҡарағандар  - икенсе өлөшөндә күңелле тамаша күрһәттеләр.
Был уйында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан-  БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының "Филпром" КВН командаһы ҡатнашты.
Улар бик күп тапҡыр Башҡорт асыҡ квн лигаһы еңеүселәре булғайны ла инде. Был юлы ла "Филпром" командаһы тапҡырлыҡта, шаянлыҡта алдынғылыҡты бирмәҫкә тырышты. Әлбиттә, һәр команда бик етди итеп әҙерләнгән ине, сөнки һәр бер сығыш шат тауыштар, ҡул сабыуҙар менән күмелеп барҙы. Тамашасылар ҙа тик ултырманы, матур плакаттар, дәррәү алҡыштар менән командаларҙы дәртләндереп, уларға көс-дәрт өҫтәне. Жюри ағзаларына ла еңеүсене һайлау еңелдән тура килмәне, командаларҙың барыһы ла еңеүгә лайыҡ ине. Тик бәйге булғас, еңеүсеһе лә булырға тейеш. Шулай итеп, КВН уйындарының яңы йыл кубогында "ФИЛПРОМ" КНВ командаһы беренсе урын яулап, Сочи ҡалаһында уҙғарыласаҡ "КИВИН-2022" фестиваленә юллама алды!
- Беҙ ныҡлы әҙерләнеп килдек, әммә беренсе урын алырбыҙ тип уйламағайныҡ та, жюрила Рәсәйҙең билдәле квнщиктары ултырҙы- Михаил Стогниенко, Дмитрий Бушуев һәм Рухин Магеррамов. Ошондай саралар йәштәр араһында дуҫлыҡ ептәрен нығыта, уларҙы берләштерә, тәжрибәһен арттыра,- тип бүлеште үҙенең тәьҫораттары менән "Филпром" квн командаһының капитаны Айгөл Хәйбуллина.
Йәштәргә артабан да уңыштар, ғинуар айында үткәреләсәк "КИВИН-2022" уйындарында ҡатнашып, тағы ла күберәк тәжрибә туплап, Стәрлетамаҡ ҡалаһының данын яҡлап ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! 
Фотола: Айгөл Хәйбуллина менән Гөлнара Кинйәбулатова.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас