Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2021, 05:55

ЛЕГЕНДАР СПОРТСЫЛАР СТӘРЛЕТАМАҠТЫ ТАНЫТА!

Амур Рысаев ҡырҡ йылдан ашыу чемпиондар тәрбиәләй Беҙ уҡыу тамамлаған 1980 йылда Мәскәүҙә үткәрелгән Олимпиада уйындарының даны меңәрләгән йәштәрҙе спортҡа ғашиҡ иттерҙе. Шул йылдарҙа йәш ҡыҙҙарҙың йоҡоһон ҡасырған быуын спортсылары, үҙ эштәренең энтузиастары булған спорт ветерандары бармаҡ менән генә һанарлыҡ тиерлек ҡалған шул! Шундай шәхестәрҙең береһе Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжында ҡырҡ йылдан ашыу физкультура уҡытыусыһы, тренер булып эшләгән, заманында республикабыҙҙың данын сит тарафтарҙа ла яҡлаған, хатта “Правда” гәзитенең Бөтәсоюз кросында Башҡортостан йыйылма командаһы иҫәбендә дүрт  тапҡыр ҡатнашҡан легендар спортсы Амур РЫСАЕВ тураһында йәш ваҡыттарҙан уҡ ишетә белһәм дә, уның менән аралашыу форсаты яңыраҡ ҡына булды.

Әрменән ҡайтышлай рәхмәт әйтергә киләләр

Ул Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылында тыуып үҫкән. Мәктәп йылдарынан уҡ мәктәп, район, республика ярыштарында ҡатнашып юғары һөҙөмтәләргә ирешкән егет. Башҡортостан йыйылма командаһы составында ҡайҙа ғына сығыш яһамаған ул. Хатта килешеү буйынса Үзбәкстан өсөн ярышҡан саҡтары ла булған. Әлбиттә, улар тәҡдим иткән яҡшы шарттарҙы ҡабул иткән булһа, Амур Ҡыям улының спорттағы яҙмышы бөтөнләй икенсе йүнәлеш алып, икенсе ил өсөн көс түгеп, исеме бөтә донъяға танылған булыр ине. Әммә... уны һәр ваҡыт ҡайҙа ғына булыуына ҡарамаҫтан тыуған иле, ғәзиз Башҡортостаны, тыуған Стәрлебашы үҙенә тартып тора! Ғәзиз иленә тоғро ҡала ул! Шуға ла тәҡдим ителгән юғары уҡыу йорттарына ҡарағанда, Стәрлетамаҡ физкультура техникумын үҙ иткән.

Ә өйләнгәс инде ҙур спорттан бөтөнләй киткән тиергә була. Шул йәшлек сәме менән спортта шөғөлләнгән арауыҡта яулаған еңеүҙәре тураһында республика, СССР, Рәсәй кимәлендә яулаған бихисап наградалары, Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары һөйләй. Ул Рәсәйҙең Физкультура һәм спорт отличнигы. Физкультура техникумын маҡтаулы тамамлаусы. Әйткәндәй, был исем ни бары өс кешегә бирелгән. Шулай уҡ ул – Башҡортостан Республикаһы Физик культура һәм спорттың иң яҡшы хеҙмәткәре лә. Был хаҡта “БР мәғарифының 100 йыллығы” уңайынан бирелгән миҙал тағы ла бер тапҡыр дәлилләй!

Әйткәндәй, Амур Ҡыям улы әле колледж уҡыусыларына спортҡа һөйөү уятҡан һымаҡ, уның тормош юлында ла ошо йүнәлештә тәүге аҙымдар яһатҡан ауыл уҡытыусылары торған. Ул үҙенең физкультура уҡытыусылары Йәрмөхәмәтов Нәғим Арыҫлан улы менән Арыҫланов Фәрит Барый улын ҙур хөрмәт менән йыш иҫкә ала. Улар бер төркөм уҡыусыларҙы урманға походҡа йөрөткән, әллә күпме спорт төрҙәренә ылыҡтырған, шул заманда уҡ ҡаршылыҡ һыҙатын үтергә мәжбүр иткән… Ошо уҡ сифаттарҙы Амур Рысаев үҙенең уҡыусыларында ла тәрбиәләй, колледжда уҡып йөрөгән 350 уҡыусының 130-ы спорт менән ныҡлы шөғөлләнә, ҡала һәм республика кимәлендә үткәрелгән бихисап спорт төрө буйынса сараларҙа призлы урындар яулай, ҡала шөһрәтен башҡа райондарға, ҡалаларға таныта. Амур Ҡыям улы башлыса гир һәм көрәш буйынса һабаҡтар бирә. Әле колледжда уҡып йөрөгән егеттәрҙән өмөтлө тип кемдәрҙе әйтергә була тигәндә, гир буйынса Морат Хәйбуллин, Данис Иҙрисов, Илшат Ишмөхәмәтов, Илсур Ғәлимов, көрәш буйынса Илназ Әхтәмов, Илнур Кәримов, ә ҡала чемпионатында Алмаз Йыһанбаев, Илһам Шәрипов призер булғандар. Улар – колледждың бөгөнгө ғорурлыҡтары булып тора.

Әлбиттә, ауырлыҡтар ҙа юҡ түгел был эштә: спортзалда ремонт мәшәкәттәрен, йәш спортсыларҙы дәртләндереү ысулдарын да хәл итергә кәрәк бит әле спорт ветеранына. Элекке совет заманындағы һымаҡ был йүнәлештәргә сығымдар ҡаралмаған шул, бағыусыларҙы табыуы ла еңел түгел. Әммә тырыша тренер, нисек булһа ла йәш быуында спортты нығытырға, көслө рухлы булырға өйрәтә. Тағы ла шуныһы мөһим: Амур Рысаевтың спорт мәктәбен үткән егеттәрҙең күбеһе армиянан тыуған яҡтарына ҡайтып килешләй үк башта Стәрлетамаҡҡа һуғылып, уҡытыусы-тренерҙары менән күрешеп китәләр икән. Ошо уҡ үҙе Амур Ҡыям улының абруйы тураһында һөйләй түгелме?..

 

Көнөнә 15 километр йәйәү йөрөй

Һөйләшеп ултырғанда мин унан “Балаларығыҙ һеҙҙең юлды һайламанымы?” тип һорарға баҙнат иттем. Берҙән-бер ҡыҙы уҡығанда матур күрһәткестәргә ирешһә лә, уға был юлдан китергә атай кеше тыйған, сөнки ҡатын-ҡыҙға спорттың ни тиклем ауыр бирелгәнлегенә үҙе шаһит булған бит. Ә бына ейәнсәре бал бейеүен һайлаған. Улар Мәскәүҙә йәшәй икән. Яңыраҡ ҡына үткән конкурста ейәнсәре 4-5 номинацияла еңеүсе булған.

Ул үҙе спорттан тыш тәбиғәт менән бик дуҫ икән, урмандарға барып еләк, мәтрүшкә һәм дарыу үләндәре йыйһынмы, баҡса үҫтерһенме – бөтәһе лә йөрәк ҡушҡанса килеп сыға уның. Шуға күрә көнөнә йәйәүләп 15-16 километр юл үтеүе лә бер ҙә ғәжәпләндермәй! Ошо осрашыуҙы ойошторған техникум буйынса һабаҡташы, дуҫы, шулай уҡ бөтә ғүмерен спортка арнаған Айҙар Зөфәр улы Шәйхелисламов һүҙҙәренә ҡарағанда, Амур Рысаев гармунда уйнап йырлап ебәрһә, хас Ришат Төхвәтуллин һымаҡ йырлай икән.

Юлда уҡ Айҙар Зөфәр улы дуҫының йәшен ысҡындырғайны. Олпат кәүҙәле, йәшен йәшәгән оло ғына ағай менән күрешермен тип барғайным, беҙҙе минең күҙлектән ҡарағанда, 40-45 йәшлек ир ҡаршы алды. Артыма йығылып китә яҙҙым... (Шаяртам әлбиттә) Сөнки Амур Ҡыям улы һымаҡ теремек, тиҫтерҙәрегеҙ көнләшерлек йәш күренәһегеҙ килһә, спорт менән шөғөлләнегеҙ, тәбиғәт менән дуҫ булығыҙ тип әйткем килә. Әйткәндәй, оҙаҡ йәшәүҙең сере лә шундалыр, тим. Алтмыштың аръяғына сыҡҡан уҙаманға хеҙмәт шатлыҡтары теләргә генә ҡала. Ә данлы спортсыларға хөрмәт кәмемәһен!

Римма ҒӘЛИМОВА.

 

ЛЕГЕНДАР СПОРТСЫЛАР СТӘРЛЕТАМАҠТЫ ТАНЫТА!
ЛЕГЕНДАР СПОРТСЫЛАР СТӘРЛЕТАМАҠТЫ ТАНЫТА!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас