Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2021, 09:02

МАТУР БУЛҺЫН ӨСӨН ҠАЛАБЫҘ!..

Ҡалабыҙҙың йөҙө туранан-тура хакимиәт башлығының ҡала хужалығы мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илдар Ғәрифуллиндың хеҙмәтенә бәйле. Уның иңенә ҡалабыҙҙың таҙалығы, халыҡтың йәшәйешенә уңайлыҡтар тыуҙырыу яуаплылығы һалынған.

МАТУР БУЛҺЫН ӨСӨН ҠАЛАБЫҘ!..МАТУР БУЛҺЫН ӨСӨН ҠАЛАБЫҘ!..
МАТУР БУЛҺЫН ӨСӨН ҠАЛАБЫҘ!..

          Таҙа һыу эсә башлаясаҡбыҙ.
Илдар Риф улы ҡала хакимиәтендә 2017 йылдан алып эшләй. Бында ул үҙенең хеҙмәт юлын торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеге начальнигы булып башлап китһә, аҙаҡтан эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары булып эшләй, ә бөгөнгө көндә иһә ҡала хужалығы мәсьәләләре буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары вазифаһын бик уңышлы ғына башҡарып килә.
Беҙҙең йәшәйеште көндән-көн уңайлыраҡ, матурыраҡ, йәмлерәк итергә тырышҡан тармаҡ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эш алып барыу өсөн дә күпме көс кәрәк. Ҡаланы төҙөкләндереү, автомобиль юлдарын төҙөү, күперҙәр һалыу, юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау, зыяраттарҙы төҙөкләндереү эштәрен ойоштороу, муниципаль контроль, тағы ла бик күп эштәр менән мәшғүл Илдар Ғәрифуллин. Ысынлап та, ҡала хужалығына һалынған бурыстар ғәйәт ҙур.
 – Ағымдағы йылда ҡалала бик ҙур эштәр башҡарылды. Атап әйткәндә, “Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы” муниципаль бюджет учреждениеһы көсө менән 6 автомобиль юлдары, 2 күпергә асфальт түшәлде, 16 юл япмаһы, 4249 метрға тиклем һуҙылған тротуар участкаһы ремонтланды, соҡор ремонттары ла башҡарылды, – тип барлай үтеп барған йылды Илдар Риф улы.
 Шулай уҡ, Илдар Ғәрифуллин белдереүенсә, ҡалала иң мөһим эштәрҙең береһе – “Заманса ҡала мөхите булдырыу” төбәк проекты сиктәрендә Стәрле йылғаһы буйында төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға барһа, “Таҙа һыу” милли проекты ла тулыһынса тормошҡа ашырылған. – “Таҙа һыу” проекты сиктәрендә эсәр һыуҙы таҙартыу өсөн мембраналы система ҡоролдо. Яңыса таҙартыу алымы яҙғы ташҡында һәм күпләп ямғыр яуған осорҙа барлыҡҡа килгән болғансыҡты бөтөрөргә ярҙам итә. Был проектты бойомға ашырыу өсөн ике йыл ваҡыт талап ителде. Иҫке ҡоролмаларҙы һүтеп, вентиляция ҡороу, бинаның тышҡы өлөшөн йылытыу, кирбес стеналарҙы йүнәтеү эштәре тамамланғандан һуң, ниһайәт, махсус торбаларҙы ҡуйып, төп ҡоролмаларҙы урынлаштырып ҡуйҙыҡ. Оҙаҡламай ҡала халҡы һәр ваҡыт таҙа һыу эсә башлаясаҡ, – тип тә өҫтәне хакимиәт башлығы урынбаҫары.
Капиталь ремонтҡа килгәндә, быйылғы йылда 81 күп фатирлы йортҡа, шул иҫәптән, 43 йорттоң ҡыйығына ремонт эшләнһә, 12-һенең фасадтары йылытылған һәм 48 лифт алмаштырылған. Төрлө программалар буйынса ла бик күп эштәр атҡарылған. Мәҫәлән, ҡала халҡы үҙе шаһит булыуынса, “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса, Гоголь урамы менән Ленин проспектындағы ике ихата биләмәһендә эштәр гөрләп торҙо. Ошоға ярашлы, балалар майҙансыҡтарында тротуар нигеҙҙәре һалынды, парковкалар өсөн урындар булдырылды, асфальт түшәлде, газондарҙы йәшелләндереү маҡсатында ер ҡаҙыу эштәре башҡарылды. – Быйыл башҡарылған барлыҡ эштәр ҙә ҡаланы төҙөкләндереп, уларҙың эстетик йөҙөн заманса формалаштырыуға һәм халыҡҡа тағы ла уңайлыраҡ көнкүреш шарттары тыуҙырыуға булышлыҡ итте. Ошо матурлыҡты боҙмай, ремонттан һуң төҙөклөгөн һаҡлауҙа халыҡ та әүҙемлек күрһәтһен ине, – тигән теләген дә белдерҙе Илдар Риф улы.

          Пландар һәм аҡсалар.
   Әлбиттә, был өлкәлә проблемалар ҙа юҡ түгел, әңгәмәсе уларҙы ла йәшермәйенсә, сәбәбен асыҡлай.
 – Беҙ һәр ваҡыт ҡаланы яҡшы яҡҡа үҙгәртергә тырышлыҡ һалырға әҙер. Әммә ҡайһы бер тармаҡтарға финанслау ғына етмәй. Бигерәк тә торлаҡкоммуналь хужалыҡ тармағы аҡсала ҡытлыҡ кисерә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Әммә хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизовтың тырышлығы менән хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә.
Алдағы пландарға килгәндә, киләһе йылда шәхси секторҙарҙың (ВТС, Строймаш) юлдарына ла асфальт түшәү планлаштырыла. Шулай уҡ «Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса ла төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк.
  – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағымдағы йылда подъездарҙы ремонтлауға аҡса бүленмәгәйне, 2022 йылға 100 подъезды ремонтлауға аҡса бүленде һәм, ниһайәт, 2020 йылда төҙөлә башлаған “Һаулыҡ” паркын эшләп бөтөргә уйлайбыҙ, – тип ҡыуанысы менән дә уртаҡлашты Илдар Ғәрифуллин. Шулай уҡ Ашҡаҙар йылғаһы яр буйы проектын тормошҡа ашырыу ҙа киләһе йылда планлаштырыла. Ҡала халҡының уңайлығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн яр буйында яҡтыртыу, видеокүҙәтеү, интернет менән тәьмин итеү ҡаралған. Ағастарға ҡуласа формаһындағы яҡты таҫмалар, яҡтылыҡ сығанаҡтары, ағас киртләстәргә һәм баҫҡыстарға беркетелгән яҡтыртҡыстар ҡуйыу күҙаллана. Өҫтәмә рәүештә тағы ла ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ. Проект йылға буйы тәбиғәт зонаһын ҡаланың йәмәғәт киңлектәре системаһына мөмкин тиклем индереүҙе, булған ағастарҙы һәм ландшафттың тәбиғи үҙенсәлектәрен һаҡлауҙы күҙ уңында тота.
  Ҡалабыҙ көндән-көн матурая, йәшәгән йорттарыбыҙ заманса төҙөкләндерелә, матур ҡалала йәшәү өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырыла. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һәр нәмәгә һаҡсыл ҡарап, ябай ғына тәртип һәм таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үтәп тә ҡалабыҙҙы төҙөкләндереүгә тос өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ. Башҡарылған эштәр елгә осмаһын ине. Кеше хеҙмәтенең ҡәҙерен, ҡалабыҙҙың йәмен күреп йәшәйек!

Фотолар ҡала хакимиәтенең рәсми сығанаҡтарынан алынды.


МАТУР БУЛҺЫН ӨСӨН ҠАЛАБЫҘ!..
МАТУР БУЛҺЫН ӨСӨН ҠАЛАБЫҘ!..
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас