Ашҡаҙар
+31 °С
Облачно
Яңылыҡтар
10 Декабря 2021, 11:03

Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?

Йәйәүлеләр күпселек осраҡта тәүлектең ҡараңғы ваҡытында тапала, сөнки водителдәр уларҙың юлға сығыуҙарын күрмәй ҡала. Быға һауа шарттарының насар (томан, яуым-төшөм, боҙлауыҡ) булыуы һәм йәйәүлеләрҙең өҫ кейемдәрендә яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтарҙың булмауы булышлыҡ итә.

Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?
Юл ҡағиҙәләрен беләһеңме?
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ Госавтоинспекция хеҙмәткәрҙәре тарафынан 9-сы мәктәптә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында асыҡ дәрес үткәрелде.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, тәүлектең ҡараңғы ваҡытында юл аша сыҡҡанда, юл ситенән хәрәкәт иткәндә, йәиһә күреү шарттары насар булғанда, йәйәүлеләргә яҡтыртҡыс ҡайтарыусы элементтар йөрөтөргә тәҡдим ителә.Шуға күрә, ГИБДД хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар менән бергәләп портфелдәренә йәбештерелә торған яҡтыртҡыс ҡайтарыусы элементтар йәбештерҙеләр. 
Улар фекеренсә,балаларға  Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен күҙәтергә өйрәтергә кәрәк. Уларҙы тәүлектең ҡараңғы ваҡытында «яҡтыртылыуы» тураһында хәстәрләгеҙ. Кейемендәренә  водителдәргә уларҙың юлдан барыуын күрһәтеүсе яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтар булдырыу сараларын күрергә кәрәк.Сөнки, ҡара төҫтәге кейемдә бәләкәй йәйәүлеләрҙең водителдәргә яҡшы күренмәүҙәре, тимәк, уларға тапалыу ҡурҡынысы янауы тураһында онотмағыҙ.
Бәләкәй йәйәүленең кейеме ни тиклем нығыраҡ яҡтыртылһа, водителдәр уны шул тиклем яҡшыраҡ күрәсәк!
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас