Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2021, 02:25

Флагман булып алда баралар

Ҡалабыҙҙың Антонина Усевич етәкселегендәге күп профилле һөнәри  колледжда  «Йәш профессионалдар» федераль проектының «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә тантаналы рәүештә оҫтаханалар асылды.

Сарала ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, видеоконференция форматында  Башҡортостандың  мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

Ҡыҙыл таҫманы өс урындан Рөстәм Ғәзизов, Антонина Усевич, Стәрлетамаҡ физкультура, идара һәм сервис колледжы директоры  Миҙхәт  Мусакаев киҫтеләр. Видеоконференция режимында

 ҡотлау телмәре менән республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин сығыш яһаны:

- Бөгөн урта һөнәри белем системаһында дәүергә торошло саралар бара. Әлеге ваҡытта республикала 96 колледж бар.  Һуңғы өс айҙа ғына ла беҙ 100-ҙән ашыу оҫтаханала астыҡ һәм яңы заманса ҡорамалдар алдыҡ. Был проект 2030 йылға тиклем дауам итәсәк, тип билдәләне Айбулат Вәкил улы. – Башҡортостан Республикаһы – оҫтаханалар буйынса Рәсәйҙә лидер,беҙҙә улар – 109. Бөгөн иһә Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжда тағы ла 3 оҫтахана асылды: икәүһе «Селтәр һәм системалы етәкселек итеү» йүнәлеше буйынса һәм береһе «Элемтәнең магистраль линиялары. ВОЛП төҙөлөшө һәм эксплуатацияһы» буйынса, - тине ул.

Шулай уҡ оҫтаханалар асыуға ҡарата ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов та үҙ мөнәсәбәтен белдерҙе:

- Стәрлетамаҡ күп профилле колледж бөгөн ҡалала ла, республикала ла урта һөнәри белем биреү системаһында лидерҙарҙың береһе булып тора.Колледжда уҡыған студенттарҙың хеҙмәт баҙарында  эш табырына ышаныс бар. Ҡағиҙә булараҡ, эшсе һөнәрҙәр популярлаша башлағанда ғәмәли йүнәлештәр бигерәк тә көнүҙәк хәҙер, Антонина Никофоровна етәкләгән коллективҡа эштәрендә уңыштар теләйем»- тине Рөстәм Фәрит улы.

Ә Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледж директоры Антонина Никифоровна һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн колледж хеҙмәт баҙарында талап ителгән йүнәлештәр буйынса белгестәр әҙерләй. Шунлыҡтан эш биреүселәр уларҙы һөнәр алып сығыу менән үҙҙәренә саҡыра.

Оҫтаханаларҙы  асҡандан һуң колледж хеҙмәткәрҙәре яңы оҫтаханаларҙа презентация үткәрҙе. Алдан һаналған йүнәлештәрҙән  башҡа төрлө ҡалаларҙан, райондарҙан, ҡалабыҙ лицейҙарынан, мәктәптәренән килгән сарала  ҡатнашыусыларға «Видео производствоһы», «Коррекцион педагогика», «Идара итеүҙе документтар менән тәьмин итеү һәм архив алып барыу» һәм «Полиция хеҙмәте» йүнәлешендәге оҫтаханалар менән яҡындан танышырға форсат тейҙе.

Шулай уҡ сара барышында колледж базаһында барған «Башҡортостан Республикаһының йәш профессионалдары – 2021» VII Төбәк чемпионатын ҡарарға ла мөмкин булды. Бигерәк тә «Графика дизайны», «Мәктәпкәсә тәрбиә», «Мәғлүмәт кабель селтәрҙәре», «Фотография», «Социаль эш» һәм башҡа йүнәлештәр иғтибарҙы йәлеп итте. Ә инде ҡала мәғариф бүлегенең дөйөм һорауҙар буйынса начальник урынбаҫары  Ольга  Шитикова, «Ветеран» халыҡты социаль яҡлау үҙәге директоры Лилиә Атйетәрова, шулай уҡ Салауат ҡалаһынан, Ауырғазы районынан, 1-се лицейҙан, 25-се коррекцион мәктәптән килгән директор урынбаҫарҙары һәм күп профилле һөнәри колледж  етәкселеге менән үткәрелгән түңәрәк өҫтәлдә һүҙ гранттар, һөнәр алған йәштәрҙең мәшғүллеге тураһында барҙы. Ольга Ивановна билдәләүенсә, гранттарҙы отоу бер, уларҙы дөрөҫ тотона ла белергә кәрәк бит әле. Был тәңғәлдә социаль партнерлыҡ алымы ла бик урынлы һөҙөмтәләр бирә икән. Әллә ҡасан педкластар булып асылып, эшләү һәм йәшәү дәүерендә бер нисә тапҡыр исеме үҙгәртелеүгә ҡарамаҫтан, был уҡыу йорто 4 тапҡыр грант яулап йәш быуынды киләсәкле итеү йүнәлешендә флагман булып, башҡаларға өлгө алырлыҡ итеп эште ойоштора, ҙур аҙымдар менән алға бара.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Сергей КРАМСКОВ фотоһы.

 

 

 

Флагман булып алда баралар
Флагман булып алда баралар
Автор:Римма Галимова
Читайте нас