Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2021, 03:20

Заманса Рәсәйҙе сағылдыра!

Хөрмәтле ҡала халҡы!

Һеҙҙе иң мөһим дәүләт байрамдарының береһе – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Бөгөн был байрам заманса Рәсәйҙе – уның көсө халыҡтың ойошҡанлығында һәм берҙәмлегендә булған ирекле илде сағылдыра.

1993 йылдың 12 декабрендә Конституцияны ҡабул итеү Рәсәй тарихында мөһим ваҡиға булды. Бөгөн конституция нормалары дәүләт төҙөлөшөндә һәм Рәсәйҙең йәмғиәт тормошонда ныҡлы раҫланды. Хоҡуҡтарҙы гарантиялау һәм граждандарҙы социаль яҡлау – ғәмәлдәге Конституцияның төп билдәләре, улар демократия үҫешен, йәмғиәттә татыулыҡтың һәм тыныслыҡтың нығыныуын билдәләй.

 Һеҙгә, хөрмәтле стәрлетамаҡтар, ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, иртәгәге көнгә ышаныс һәм Ватаныбыҙ хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйем!

                                Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы
хакимиәте башлығы.

Заманса Рәсәйҙе сағылдыра!
Заманса Рәсәйҙе сағылдыра!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас