Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
13 Декабря 2021, 06:54

Артист Илнур Ҡәләмов юғалған

38 йәшлек ир 25 ноябрҙән бирле бәйләнешкә сыҡҡаны юҡ. Ул музыка студияһында эшләгән.

Артист Илнур Ҡәләмов юғалғанАртист Илнур Ҡәләмов юғалған
Артист Илнур Ҡәләмов юғалған

Йырлай, көйҙәр ижад итә, яҡшы аранжировкалар яһай, тип хәбәр итте «Башинформ»ға Учалы журналисы Баныу Ҡаһарманова. Артист республикала «Юлдаш йыры» проекты буйынса ла билдәле.
Һуңғы тапҡыр уны Учалы районы Ураҙ ауылында күргәндәр. Ул телефонын юғалтҡан, социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләренә туғандары инә.
Туғандары полицияға ғариза яҙған. Уны ирекмәндәр ҙә эҙләй.
Илнур Ҡәләмовтың ҡайҙа икәнлеген белеүселәр булһа, 89603877214 йәки 102 номерына шылтыратыуҙы һорайҙар.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас