Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2021, 05:15

Башҡортостанда 2022 йылдан башлап йорттарҙың капремонты өсөн иғәнә күләме артасаҡ.

Был хаҡта Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте белдерҙе.

 2022 йылдың 1 ғинуарынан алты ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтҡа иғәнәнең минималь күләме квадрат метрына – 7,46 һум, алты ҡаттан бейегерәк йорттарҙа 8,10 һум була.

Быйыл алты ҡатҡа тиклемге йорттарҙа капиталь ремонтҡа иғәнәнең минималь күләме бер квадрат метрына – 7,18 һум, ә  алты ҡаттан бейегерәк йорттарҙа фатир хужалары өсөн 7,8 һум тәшкил итә.

Башҡортостанда милекселәрҙең айырым категориялары компенсация алырға хоҡуҡлы. Улар – яңғыҙ пенсионерҙар һәм 70 йәштән өлкәнерәк ғаилә ағзалары, бер ғаиләнән пенсионерҙар һәм инвалидтар, шулай уҡ федераль льготалылар категорияһы (хеҙмәт ветерандары; сәйәси репрессияларҙың аҡланған ҡорбандары; тыныс ваҡытта һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары; беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтары; инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр; Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм ҡатнашыусылары; хәрби бәрелештәр инвалидтары һәм башҡалар). Ләкин бурыстары булмаған граждандар ғына компенсацияға хоҡуғы бар. Компенсация алыу өсөн халыҡты социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Быны әле үк башлау зарур.

Фото Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сайтынан алынды.

Башҡортостанда 2022 йылдан башлап  йорттарҙың капремонты өсөн иғәнә күләме артасаҡ.
Башҡортостанда 2022 йылдан башлап йорттарҙың капремонты өсөн иғәнә күләме артасаҡ.
Автор:Римма Галимова
Читайте нас