Төбәк етәксеһе белдереүенсә, проекттарҙың сифаты ла яҡшырҙы, шуға күрә проектлау мәсьәләләренә айырыуса иғтибар итеү мотлаҡ. Балалар һәм спорт майҙансыҡтары ҡыҙыҡлы, уңайлы булырға тейеш, ә иң мөһиме уларҙы шунда йәшәүсе халыҡ менән һөйләшеп эшләргә кәрәк. 2022 йылға, килгән тәҡдимдәргә ҡарағанда, мәғәнәле һәм уйланылған балалар һәм спорт-уйын майҙансыҡтарына, күберәк машина парковкалау урындарына, өҫтәмә яҡтыртыуға һәм видеокүҙәтеүгә ихтыяж ҙур.
Стәрлетамаҡҡа килгәндә, был программа сиктәрендә 2022 йылда беҙҙә 65 миллион һумға тиҫтәнән ашыу ихата төҙөкләндереү ҡаралған. Әлеге һандар яҡынса планлаштырыла.