Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2021, 14:57

Башҡорт телен өйрәнеүселәргә депутаттан һәм редакциянан махсус стипендия.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Ашҡаҙар” гәзите һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия, 3-сө Башҡорт лицей-интернаты күптән хеҙмәттәшлек итеп килә, шул иҫәптән башҡорт телен үҫтереү йәһәтәненән дә. 

Башҡорт телен өйрәнеүселәргә депутаттан һәм редакциянан махсус стипендия.Башҡорт телен өйрәнеүселәргә депутаттан һәм редакциянан махсус стипендия.
Башҡорт телен өйрәнеүселәргә депутаттан һәм редакциянан махсус стипендия.
Гәзит биттәрендә йыш ҡына әлеге белем усаҡтарының тырыш уҡыусылары, коллектив хаҡында мәҡәләләр донъя күрә, уҡытыусылар үҙҙәре лә автор булараҡ сығыш яһай, гәзитте яратып алдыралар. Махсус стипендия булдырыу ҙа ошо хеҙмәттәшлектең бер күренеше булып тора.
- Был уҡыу йорттарында һәләтле балалар белем ала, улар үҙҙәренең уҡыуҙары, фәнни эштәре һәм ижадтары менән башҡорт телен өйрәнеп кенә ҡалмай, уны үҫтереүҙә лә өлөш индерә. Бындай тырышлыҡты стипендия менән билдәләргә ҡарар иттек, - тигән тәҡдим менән сығыш яһаны “Ашҡаҙар” гәзите баш мөхәррире, Стәрлетамаҡ ҡалаһы Советы депутаты, ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Рәмил Мансуров әлеге гимназия ойошторған ҡала мөхитендә башҡорт телен үҫтереү проблемаларына арналған “түңәрәк өҫтәл”дә.
Рәмил Ғәбдрәшит улы башҡорт телен үҫтереүҙә өлөш индергән йәштәр араһында махсус стипендияны йыл һайын май аҙағында уҡыу йылы барышындағы һөҙөмтәләр буйынса тапшырырға планлаштыра. Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусыларына “Ашҡаҙар” гәзите стипендияһы булһа, 3-сө Башҡорт лицей-интернатында аҡсалата премияны ул депутат булараҡ тапшырасаҡ.
 
 
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас