Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2021, 09:00

"Ете аҙым” марафонында һынатманыҡ.

Башҡортостан Республикаһында иң ҙур, иң зауыҡлы итеп төҙөлгән мәктәптәрҙең береһе ул беҙҙең Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө полилингваль мәктәбе.

"Ете аҙым” марафонында һынатманыҡ."Ете аҙым” марафонында һынатманыҡ.
"Ете аҙым” марафонында һынатманыҡ.

Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүенең 100 йыллығын билдәләгәндә “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә оло бүләк булып асылды был белем усағыбыҙ. Бөгөнгө көндә иркен бүлмәләрҙә 2000 бала аң-белем үҙләштерә. 2020 – 2021 йылдан алып беҙҙең мәктәп үҙенең эшмәкәрлеген күп профилле полилингваль белем биреү учреждениеһы булараҡ алып бара. Полилингваль белем биреүҙә тел уҡыу предметы ғына түгел, ә уҡытыу сараһы ла, донъяны танып белеүҙә, күп мәҙәниәтле шәхес формалаштырыуҙа әүҙем мәҙәни-ара бәйләнеш булдыра.
   Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы «Ете аҙым» марафонына беҙ ҙә ихлас ҡушылдыҡ. Был марафон сиктәрендә Башҡорт теле аҙналығының һәр бер көнө Аҡмулланың хаҡ һүҙҙәре менән телебеҙҙең күркәм сифаттарын асып һалыуға ҡайтып ҡалды.
   Башҡорт теле көнөнә арналған аҙналыҡтың тәүге көнөбөҙ М.Аҡмулла нәсихәттәренә ярашлы “Иманлы тел” девизы аҫтында ойошторолдо. Уҡыусылар уҡытыусыларын ишек төбөнән үк башҡортса сәләмләп ҡаршы алдылар. Фойела башҡорт көйҙәре яңғыраны. Уҡыусылар ҡараштарынан рухи күтәренкелек тойолдо. Бөйөк мәғрифәтсенең нәсихәттәре ҡурайҙың сатыр сәскәһе формаһында һынландырылған стенд һәр кемде үҙенә ылыҡтырып торҙо. 2, 3, 4 башланғыс кластары өсөн Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәил Рәис улы Лоҡманов оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Ҡыҙы, “Торатау” бейеү ансамбле етәксеһе Лиана Рәил ҡыҙы Бурмистрова балаларға башҡорт халыҡ бейеү хәрәкәте нескәлектәрен төшөндөрөү маҡсатынан практик дәрес бирҙе. Уҡыусылар остазы ярҙамында сәхнәлә бейеү флешмобы асып та ебәрҙеләр. Уҡыусыларға дәртле бейеүселәр менән осрашыу бик оҡшаны. “Иман” темаһына арнап 6 класта Нәсимә Баһман ҡыҙы Сидорова асыҡ дәрес үткәрҙе.
   Икенсе көндө “Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө” девизы аҫтында үтте, уҡытыусылар Аҡмулланың “Нәсихәттәр”ен яттан һөйләнеләр. Уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа башҡорт теленә булған һөйөүҙәрен үҙҙәренсә яҡтырта алдылар. Өсөнсө көнөбөҙҙә башҡарасаҡ бар сараларыбыҙ ҙа "Аҡыл" девизы аҫтында уҙҙы. Мауыҡтырғыс "Алтын тирмә" уйыны ойошторолдо. Башҡорт теле уҡытыусыһы Венера Баязит ҡыҙы балаларға ҡыҙыҡлы һорауҙар, ребустар әҙерләгәйне. Уҡыусылар үҙидаралығы ла ошо көнгә тәғәйенләнгәйне. Балалар башҡорт теле уҡытыусылары ролендә дәрес бирҙеләр. 2 “з” класында күрһәткән дәрестәре аша 9-сы класс ҡыҙҙары Мөҙәрисова Юлиә һәм Ноғоманова Камила оҫта педагогтар булып үҙҙәрен таныттылар. Башҡорт теленә арналған марафондың дүртенсе көнө “Башҡорт теле – шөкөр теле” девизы аҫтында үтте. 2 “б” класында “Башҡорт халыҡ әкиәттәре” тигән темаға дәрес-викторинаны Төхвәтуллина Г.Г. ҡыҙыҡлы, йәнле итеп уҙғарҙы. Бишенсе көндә “Башҡорт дискотекаһы” ойошторолдо. Уҡыусылар башҡорт көйҙәренә тап килтереп, йә коллектив, йә шаян, йә дәртле бейеү ҡуйҙылар. 5 “п” класы Даутова Н.А. етәкселегендә бейеү флешмобында ҡатнашты. Алтынсы көнөбөҙ “Сабыр” девизына бағышланды. Уҡыусылар сабырлыҡты сағылдырған тема буйынса шиғыр сығарыуҙа көс һынашты. Етенсе – йомғаҡлау көнө “Ихлас”лыҡҡа арналды. Заманса зауыҡлы биҙәлеше буйынса кабинеттар асыҡланды.
  Шулай итеп, Аҡмулла аманатына тоғро ҡалып, туған телебеҙҙең бар нескәлектәрен барланыҡ. Шөкөр, тел өйрәнеүҙә уҡыусыларыбыҙ һынатмай!


  Венера Вәхитова, башҡорт теле уҡытыусыһы,
  Стәрлетамаҡ ҡалаһы. 
  Автор фотолары.

"Ете аҙым” марафонында һынатманыҡ.
"Ете аҙым” марафонында һынатманыҡ.
Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас