Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2021, 04:35

ИНАНДЫҢ БӨЙӨКЛӨГӨНӘ ИНАНЫП!..

Фәтхелҡадир Сөләймәнов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Стәрлетамаҡта Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә бихисап изге эштәр башҡарылды. Шул эштәрҙең матур бер нөктәһе булып Абдулҡадир Инан иҫтәлегенә ниһәйәт таҡтаташ асылды. Һәйкәл шәхестең исемен йөрөткән башҡорт һәм татар әҙәбиәте үҙәгендә урынлаштырылды.

Донъя кимәлендә танылған ғалим, яҙыусы, төркиәсе Фәтхелҡадир Мостафа улы Сөләймәнов Пермь өлкәһенең Шиғай ауылында (Хәҙерге Силәбе өлкәһенең Ҡунашаҡ районы Һары күлдәк ауылында) 1889 йылдың 29 октябрендә донъяға килә. 1976 йылдың 26 июлендә Стамбулда вафат була. Шундай мәғлүмәт тә иғтибарға лайыҡ: шәжәрәһе буйынса тамырҙары милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың көрәштәше Бикҡол Ғәликәевҡа барып тоташа. Абдулҡадир Инан псевдонимын ул эмиграцияла ала. Инан – ышаныу тигәнде аңлата, шуға ул был исемде дингә, фәнгә һәм милләткә (халыҡҡа) ышаныуына бәйләй.

1913-1916 йылдар яҙыусы өсөн айырыуса емешле була. Уның шиғырҙары һәм мәҡәләләре Троицкта сыҡҡан “Ваҡыт” гәзитендә, аҙаҡ Силәбелә, Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта баҫыла. Ул әҫәрҙәрен, билдәле, “Инан” псевдонимы менән баҫтырған.

Эмиграцияла йәшәгәндә Абдулҡадир Инан төрөк энциклопедисы булып таныла. Ул 350-нән ашыу ғилми хеҙмәт яҙа. 60 йыл фәнни хеҙмәт юлында төрөк тарихы, этнографияһы, фольклор, тел һәм әҙәбиәт, философия буйынса 300-ҙән ашыу нигеҙле хеҙмәтижад итә. Шулар араһында халҡыбыҙҙың данлы үткәненә бағышланған “Башҡорт моңо”, “Аҡшан батыр”, “Моңло төн” тигәндәре беҙгә айырыуса ҡәҙерле. Ә уның “Салауат батыр” тарихи драмаһы Башҡорт драмтеатрының репертуарына ингән. Бынан тыш уның фәнни тикшеренеүҙәре төрки халыҡтарҙың тарихын, этнологияһын һәм тел ғилемен өйрәнеүгә, шулай уҡ исламға тиклемге ышаныуҙар һәм исламды өйрәнеү мәсьәләләренә бағышланған булған.
Ошоға бәйле Абдулҡадир Инанға ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо сарала ҡатнашҡан һәр кемдә уянмай ҡалманы!

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов, мәҫәлән, ойошторолған сараның мөһимлеген әйтеп уҙҙы:

– Башҡортостаныбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән шәхестәрҙең исеме онотолорға тейеш түгел, был бигерәк тә тарихыбыҙҙы киләһе быуындарға тапшырыу өсөн кәрәк, – тип билдәне Альберт Наил улы.

Шуныһы бигерәк тә иғтибарға лайыҡ: донъя фәненә исеме билдәле Абдулҡадир Инан ҡасандыр Стәрлетамаҡта ла эшләп-йәшәп киткән. Ул 1920 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт Автономиялы Советы Республикаһы Мәғариф комиссариатынының фән буйынса комисияға етәкселек итә, уның эшмәкәрлеге беҙҙең ҡала менән тығыҙ бәйле. Был да үҙенә күрә бер ғорурлыҡ билгеһе түгелме ни!

Артабан ошо таҡтаташты булдырыу һымаҡ изге эштең башында торған, барлыҡ әҙерләү һәм һәм сығымдарҙы шәхсән күтәргән яҡташыбыҙ, сараны ойоштороусы, ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова Абдулҡадир Инандың донъя кимәлелендә биләгән урынын бар яҡтан да баһалап, таҡтаташты асыуҙы Башҡорт тарихы йылының һуңғы аккордты тип билдәләп, сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ихлас рәхмәттәрен еткерҙе.

– Киләсәктә ҡалабыҙ тарихында матур эҙ ҡалдырған яҙыусылар Рауил Ниғмәтуллин, Кәбир Аҡбашев һәм башҡа ҡала менән бәйле башҡорт шәхестәренә лә таҡтаташ ҡуйырға уйлайбыҙ, – тигән пландары менән дә уртаҡлашты Ләйсән Йәркәй ҡыҙы.

Сарала шулай уҡ ҡала Советы депутаты, “Ашҡаҙар” гәзите баш мөхәррире Рәмил Мансуров әлегеләй тарихы шәхестәрҙең исемдәрен мәңгелләштереү артабан да дауам итергә кәрәклеген, уларҙың исемдәре таҡтаташтарҙа ғына түгел, көндәлек эшебеҙҙә, йәшәйешебеҙҙә лә сағылырға тейешлеген билдәләп китте. Башҡортостан татарҙары конгресының Стәрлетамаҡ бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе Илсур Мансуров сит ил ғалимдарын яҡшы таныуыбыҙҙы, ә бына үҙебеҙҙекеләрҙе бик белеп бөтмәгәнебеҙ хаҡында әсенеп һөйләһә, сыуаш милли-мәҙәни автономияһы рәйесе урынбаҫары Оксана Федорова Стәрлетамаҡ та йәшәүсе халыҡтарҙы дуҫ, берҙәм йәшәргә саҡырҙы.

Китапхана етәкселеге сараны бик матур алып барҙы. Ҡурайсы Динар Абдуллиндың моңона ҡушылып бейеүсе, Гөлназ Вәлиева башҡарған йырға ҡушылып йырлаусы ағинәйҙәр ҙә булды. Шулай бергәләп, берҙәмле сағылдырып үтте тарихты мәңгелләштереү ваҡиғаһы.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

ИНАНДЫҢ БӨЙӨКЛӨГӨНӘ ИНАНЫП!..
ИНАНДЫҢ БӨЙӨКЛӨГӨНӘ ИНАНЫП!..
Автор:Римма Галимова
Читайте нас