Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2021, 04:45

ҒӘМӘЛИ ЙҮНӘЛЕШТӘР БИГЕРӘК ТӘ КӨНҮҘӘК ХӘҘЕР

Стәрлетамаҡта оҫтаханалар асылды Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы ҡасандыр педкластар булып ҡына асылып, бер нисә тапҡыр исеме үҙгәртелеп өлгөрҙө. Әммә, исеме үҙгәрһә лә, есеменә тоғро ҡалалар бында – һаман да йәш быуынға лайыҡлы белем биреү бурысын атҡаралар. Яңы йүнәлештәр өҫтәлә, заман менән бергә атлайҙар. Ошо көндәрҙә колледжда быға тиклем уңышлы эшләп килгәндәренә өҫтәлеп, йәнә өс оҫтахана асылыуы быға асыҡ дәлилдер.

Оҫтаханалар тантаналы рәүештә “Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” федераль проекты сиктәрендә “Селтәрле һәм системалы идара итеү” һәм “Элемтәнең магистраль линиялары” йүнәлеше буйынса асылды. Сарала ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, видеоконференция форматында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Стәрлетамаҡ физкультура, идара һәм сервис колледжы директоры Миҙхәт Мусакаев, “Ветеран” халыҡты социаль яҡлау үҙәге директоры Лилиә Атйетәрова һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

– Бөгөн урта һөнәри белем системаһында дәүергә торошло саралар бара. Әлеге ваҡытта республикала 96 колледж бар. Һуңғы өс айҙа ғына ла беҙ 100-ҙән ашыу оҫтаханала астыҡ һәм яңы заманса ҡорамалдар алдыҡ. Был проект 2030 йылға тиклем дауам итәсәк, – тип билдәләне Айбулат Вәкил улы экран аша сәләмләп. – Башҡортостан – оҫтаханалар буйынса Рәсәйҙә лидер, беҙҙә улар – 109, – тип тә өҫтәне ул.

Эйе, министр бәйләнешкә видеоэлемтә аша сыҡты, бындай уңыйлы ысул, әлбиттә, кешенең хеҙмәт һөҙөмтәһенә бәйле. Әлеге оҫтаханалар ҙа нәҡ сүсле элемтә, кабель линиялары һәм башҡа заман уңайлыҡтарына бәйле. Ошо шарттарҙа шөғөлләнгән студенттар ҙа киләсәктә кешелек бер-береһе менән артыҡ мәшәҡәтһеҙ бәйләнешкә сыҡһын өсөн бар көсөн һалып эшләр.

Сарала, оҫтаханалар асылыуға бәйле, ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов та үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

– Стәрлетамаҡ күп профилле һөнире колледжы бөгөн ҡалала ла, республикала ла урта һөнәри белем биреү системаһында лидерҙарҙың береһе булып тора. Колледжда уҡыған студенттарҙың хеҙмәт баҙарында эш табырына ышаныс бар. Ҡағиҙә булараҡ, эшсе һөнәрҙәр популярлаша башлағанда ғәмәли йүнәлештәр бигерәк тә көнүҙәк хәҙер, – тине Рөстәм Фәрит улы.

Ә Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледж директоры Антонина Усевич һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн колледж хеҙмәт баҙарында талап ителгән йүнәлештәр буйынса белгестәр әҙерләй. Шунлыҡтан эш биреүселәр уларҙы һөнәр алып сығыу менән үҙҙәренә саҡыра.

Оҫтаханаларҙы асҡандан һуң колледж хеҙмәткәрҙәре яңы оҫтаханаларҙа презентация үткәрҙе. Алдан һаналған йүнәлештәрҙән башҡа төрлө ҡалаларҙан, райондарҙан, ҡалабыҙ лицейҙарынан, мәктәптәренән килгән ҡунаҡтарға быға тиклем эшләп килгән оҫтаханалар менән дә яҡындан танышырға форсат тейҙе. Шулай уҡ колледж базаһында барған йәш быуында “эшсе һөнәр” тигән мәғәнәне үҫтереүгә ярҙам иткән Worldskills ярыштары сиктәрендә уған “Башҡортостан Республикаһының йәш профессионалдары – 2021” VII Төбәк чемпионатын ҡарарға ла мөмкин булды. 7-11 декабрҙә уҙған сарала бар республиканан килгән йөҙгә яҡын ҡатнашыусы графика, видео эшләү, селтәрле идара итеү буйынса көс һынашты.

Бынан тыш оҫтаханалар асыу сараһында ҡатнашҡан ҡунаҡтар “түңәрәк өҫтәл”гә йыйылып, бөгөнгө белем биреү системаһы проблемалары буйынса фекер ҙә алышып өлгөрҙө, тәжрибә менән ураҡтлашты. Мәҫәлән, әлеге уҡыу йортонда һуңғы йылдарҙа дүрт тапҡыр ҙур грант отҡандар һәм был проекттар уңышлы эшләп килә. Ә бит бындай грантҡа күктән яуған аҡсаға ҡараған һымаҡ ҡарағандар ҙа бар һәм нисек тә уны оторға тырышалар. Әммә, ошо фекер алышыуҙа ҡала мәғариф бүлегенең дөйөм һорауҙар буйынса начальник урынбаҫары Ольга Шитикова белдереүенсә, гранттарҙы отоу бер, уларҙы дөрөҫ тотона ла белергә кәрәк бит әле. Шуға әлеге колледждан өлгө алып, булдырылған базаны бар көсөнә файҙаланып атҡарырға кәрәк бындай проекттарҙы. Шул саҡта ғына һөҙөмтә буласаҡ, әлбиттә. Аҡсалар маҡсатлы тотоноласаҡ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Сергей КРАМСКОВ фотоһы.

ҒӘМӘЛИ ЙҮНӘЛЕШТӘР БИГЕРӘК ТӘ КӨНҮҘӘК ХӘҘЕР
ҒӘМӘЛИ ЙҮНӘЛЕШТӘР БИГЕРӘК ТӘ КӨНҮҘӘК ХӘҘЕР
Автор:Римма Галимова
Читайте нас