«Әнисә Таһирова- үҙе йырлаған ҡайындары,ҡарлуғастары, ҡоралайҙары һәм, әлбиттә, сәскәләре кеүек үк, тәбиғәт балаһы. Уның барлыҡ шиғырҙарында ошо тәбиғәт моңо, тәбиғәт наҙы, тәбиғәт һағышы. Был моң, һағыш, наҙ, «яҡты сауҡалыҡтай» яҡты, нәзәкәтле, иркә. Болан балаһының күҙҙәре һымаҡ саф. Шиғырҙарында ла яҙ сафлығы, күңел елкенеүе, тотош образ бар. Иң мөһиме – кеше хисе, шағир үҙе бар. Һәм ҡәҙерленең дә ҡәҙерлеһе – ихласлыҡ! Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙар поэзияһында иң яҡшы нәмә ошо ихласлыҡтыр ҙа әле…» тип баһалаған шағирәнең ҡабатланмаҫ ижадын Рәми ағай Ғарипов 1966 йылда уҡ.
Әнисә апай! Һеҙҙе ғүмер байрамығыҙ менән ихлас йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм Ишембай районынан сыҡҡан шундай талантлы яҡташыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ! Һеҙгә иҫәнлек, оҙон ғүмер һәм күңел бөтөнлөгө теләйбеҙ!
Елбәҙәкләп йондоҙ-ҡарҙар яуа,
Барлыҡ донъя аҡҡа төрөнгән.
Әйтерһең дә, ап-аҡ ҡарҙар булып
Бәхет, ырыҫ яуа күгемдән.
Бәхет, ырыҫ яуа күктәремдән,
Ерем яралары уңалыр.
Емелдәшеп яуған ҡар-йондоҙҙан
Күңелдәрҙә яҡты моң ҡалыр.
… Әллә ниндәй сихри хыялдарға
Сорнай аҡ йондаҙҙар сәсмәһе.
Әйтерһең дә, һарый тәҙрәләргә
Ҡышҡы таңда муйыл сәскәһе.
Әнисә ТАҺИРОВА.