Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
15 Декабрь 2021, 06:10

Беҙ белгән Фәүзиә апай

Бөгөн күренекле башҡорт шағирәһе Фәүзиә Рәхимғолованың тыуыуына 100 йыл

Яҡташым Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында тыуа.  Бала сағында күп ауырлыҡтар күреп, етем ҡалып, шуға күрә ошо ҡабатланмаҫ ғүмер миҙгеленең ҡәҙерен белгәнгә, балалар өсөн матур әҫәрҙәр ижад итә ул, Төрлө йәштәге балалар өсөн яҙылған шиғырҙарында баланың ата-әсәгә мөхәббәте, кесе туғандарына ихтирамлы мөнәсәбәте күрһәтелә. Балаларҙың хеҙмәткә тартылыуын, тырышып уҡыуын ыңғай баһалаған, уңышлы аҙымдарын хуплаған шиғырҙар менән бер рәттән, ялҡаулыҡты, төрлө тиҫкәре ҡылыҡтарҙы көлкө аҫтына алған юмористик шиғырҙары ла байтаҡ.

Фәүзиә Абдулла ҡыҙы проза өлкәһендә лә ярайһы уҡ уңышлы эшләгән. Уның «Ҡыҙыл яулыҡ», «Илгиҙәр», «Серле орлоҡтар» тигән китаптарына ингән хикәйә, повестарының да геройҙары – балалар. Ә бына «Тыуған ер», « Уйҙарымды бүлә күрмәгеҙ», «Бишек янында», «Һайрағыҙ, ҡоштар» тигән шиғри йыйынтыҡтары, «Юлдаштар» исемле проза китабы өлкәндәр өсөн яҙылған.

   Яҙыусының ололар өсөн яҙылған әҫәрҙәренең дә төп сифаты – эскерһеҙлек. Уның бар әҫәрҙәрендә иң әүәл шул сифат ярылып ята. Фәүзиә Рәхимғолова ижадында әле бер генә быуын тәрбиәләнмәҫ. Уның эскерһеҙ ижады күптәрҙең күңел түрен яулар, рухи ныҡлыҡ бирер. Фәүзиә Рәхимғолова ижады менән танышҡас, битараф ҡалып булмай. Шиғри хис-тойғолар менән беҙҙең уй-тойғоларыбыҙ бергә ҡушыла, бишектәге һымаҡ талғын тирбәлеү барлыҡҡа килә, - ти уны ижадын тәрән өйрәнеүселәр.

   Үкенескә ҡаршы, миңә уның менән яҡындан аралашырға яҙманы, шулайҙа уның итәғәтле, ярҙамсыл кеше булыуын беренсе класта уҡығанда уҡ белеп үҫтек, уның ауылыбыҙҙан сыҡҡан тәүге яҙыусы булыуына һәр саҡ ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Әҙәбиәт йылында Фәүзиә апайҙың кесе ҡыҙы Лилиә,  бер төркөм яҙыусылар Әнисә Таһирова, Ирек Кинйәбулатов, Гүзәл Ситдикова, Таңһылыу Ҡарамышева, Тамара Искәндәриә, Хисмәт Юлдашев, Фәрзәнә Аҡбулатова, Рита Фәткуллина һәм мин,  Йәнырыҫта уның хөрмәтенә ойошторолған сарала ҡатнашҡайныҡ. Әйткәндәй, танылған йырсы Рәүилә Мәсәлимова сараны үҙенең моңло тауышы менән биҙәгәйне. Ә быйыл иһә күренекле шағирә Фәүзиә  Рәхимғолованың тыуыуына 100 йыл  тулыу уңайынан Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге ошо матур датаға бәйле сара ойошторор, моғайын.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Беҙ белгән Фәүзиә апай
Беҙ белгән Фәүзиә апай
Автор:Римма Галимова
Читайте нас