Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2021, 13:57

Өфөлә "Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы - 2021" форумының икенсе көнө үтеп бара

Билдәле булыуынса,"Киләсәккә инвестициялар" халыҡ-ара бизнес аҙнаһы - 2021" форумы кисә башланды. Унда төбәк һәм федераль власть  вәкилдәре, төрлө илдәрҙән эксперттар һәм эшҡыуарҙар ҡатнаша. Бөгөн уның икенсе көнө.

Өфөлә "Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы - 2021" форумының икенсе көнө үтеп бараӨфөлә "Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы - 2021" форумының икенсе көнө үтеп бара
Өфөлә "Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы - 2021" форумының икенсе көнө үтеп бара

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, тематик аҙналағы саралар Башҡортостан менән бергә илебеҙҙең иҡтисады үҫешенә этәргес көс буласаҡ, эшҡыуарҙарға һәм бар бизнесҡа һанлы үҙгәреш,технологик эволюция, халыҡ-ара кооперация өлкәһендәге күп һорауҙарға аныҡлыҡ индерәсәк.

Форумдың эшлекле программаһы дүрт көнгә һуҙылған, һәр береһендә темаға ярашлы пленар ултырыштар ҡаралған
15 декабрь – Technology, Export, 16 декабрь – World булһа, иртәгә 17 декабрь – Economy һәм 18 декабрь – Kazakhstan-Bashkortostan.

Форумда шулай уҡ «ТЭФИ-Капитал» һәм төбәк бизнес-премияһын тапшырыу, «Soul of Eurasia» халыҡ-ара музыка конкурсын күрһәтеү, "Йыл экспортсыһы", "Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары - 2021" конкурстары еңеүселәрен тәбрикләү, "Өфө" индустрия паркын асыу, "Инвестиция сәғәте" форматында БР Инвестициялар комитетының юбилейлы ултырышын үткәреү ҡаралған.

Ҡунаҡтарҙың Ҡаҙағстан, Беларусь, Тажикстан, Үзбәкстан Республикаларынан, Төркиәнән һәм башҡа илдәрҙән килеүе көтөлә.

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас