Конкурс сиктәрендә эшсе һөнәренең абруйын арттырыу, араларынан иң оҫталарҙы һайлап алыу маҡсатында ойошторолған ярышта тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр ҙә, йәштәр ҙә, студенттар ҙа ҡатнашты. Ғөмүмән алғанда, конкурстың зональ этабында еңеү яулаған 90 кеше ҡатнашты.
Конкурста “Санитар-техник ҡоролмалар монтажлаусыһы” номинацияһында Стәрлетамаҡтан Алексей Орлов, үҙенең һөнәрҙәштәрен күпкә артта ҡалдырып, беренсе урынды яуланы! Шулай уҡ Рәсимә Яковлева ла һынатманы! Ул 3-сө урынға лайыҡ булды. Еңеүселәргә наградаларҙы БР-ның торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Алан Марзаев тапшырҙы.
Римма ҒӘЛИМОВА