

2022 йыл Яҡутияла "ӘСӘ йылы" тип иғлан ителгән. Өҫтәүенә, Саха республикаһы киләһе йылда 100 йыллығын билдәләй. Шул уңайҙан, төбәк етәксеһе Айсен Николаев 2022 йылда тыуған һәр балаға 100 мең һум аҡса биреләсәге тураһында иғлан итте. Бынан тыш, биш һәм унан да күберәк балалары булған ғаиләләр милек һалымынан азат ителә.