Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2021, 06:05

Бәйләнеш ептәрен нығытып...

Күптән түгел ҡалабыҙға Татарстан делегацияһы килде. БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалына Татарстандан республикаһының премьер-министр урынбаҫары, Бөтә донъя татарҙары конгресының Милли совет рәйесе Вәсил Шәйхрәзиев етәкселегендә делегация килеүе ике республика, ике туғандаш халыҡ араһында дуҫлыҡ ептәрен тағы ла нығытып ебәргәндәй булды. Сарала шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Альберт Шәйхетдинов та ҡатнашты.

Ҡунаҡтар БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы ҡаршыһындағы Ғалимдар һәм яҙыусылар аллеяһында булып, ундағы бюстарға сәскәләр һалып, уҡыу аудиторияларында, татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһында студенттарға белем биреү, фән эшмәкәрлеге менән танышты. Ә инде “түңәрәк өҫтәл” сиктәрендә милли мәҙәниәтте өйрәнеү буйынса кадрҙар әҙерләү, татар теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу, артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре мәсьәләләре буйынса фекер алыштылар.

– 1993 йылда уҡ татар филологияһы йүнәлештәрен асыу тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. ә 1994 йылда инде – сыуаш филологияһын асыу хаҡында ла мәсьәлә хәл ителде. Бөгөн был өлкәләге белгестәрҙе әҙерләү башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты сиктәрендә йәшәп килгән татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһында алып барыла. 20 йыл эсендә беҙ 800-ҙән ашыу татар һәм сыуаш теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡытыусылар әҙерләп сығарҙыҡ. Шуларҙың 80 проценттан күберәге һөнәре буйынса эшләй, – тип һөйләп үтте ҡунаҡтарға белем усағы директоры Игорь Сыров.

– Әле татар һәм сыуаш кафедраһы уңышлы үҫешә, – тип билдәләп үтте кафедра мөдире Илсур Мансуров. – Студенттар Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй олимпиадалары, конкурстары еңеүселәре һәм призерҙары булып тора, “Науруз” һәм “Савни” вокаль ансамблдәрендә йырлайҙар, әҙәби түңәрәктәрҙә, милли байрамдарҙа, экскурсияларҙа ҡаинашалар. Ә уҡытыусылар вуз гранттарына өлгәшәләр, әсбаптарҙы эшкәртәләр, дәреслектәр һәм монографиялар яҙалар. Кафедра Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең башҡа вуздары һәм ғалимдары менән тығыҙ фәнни һәм методик бәйләнеш тота. Тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында татар һәм сыуаш филологиялары өлкәһендә төп белгестәр лекция уҡырға саҡырыла.

Татарстан ҡунаҡтары бындай эш алып барыуға һоҡланыуын йәшермәне.

– Һәр халыҡ үҙенең телен, мәҙәниәтен, динен,  илен һаҡларға теләй, ә властың бурысы ошо башланғыстарҙы үҫтереүгә ҡайтып ҡалырға тейеш, сөнки балаларҙың туған телде һайлап, шул телдә уҡыуҙары, шул телдә яҙа-һөйләшә белеүҙәре, фекерләй, йырлай һәм аралаша алыуҙары мөһим, – тине, мәҫәлән, делегация етәксеһе Вәсил Шәйхрәзиев.

Осрашыу һуңында ике республика вәкилдәре артабан да дуҫлыҡ ептәрен нығытырға, хеҙмәттәшлекте көсәйтергә һүҙ бирешеп хушлашты. Дуҫлыҡ бүлешкәндән арта ғына, тиҙәр. Милләт-ара дуҫ-татыу булып, ярҙам итешеп йәшәүгә ни етә!..

Римма ҒӘЛИМОВА.

Сергей КРАМСКОВ фотоһы.

Бәйләнеш ептәрен нығытып...
Бәйләнеш ептәрен нығытып...
Автор:Римма Галимова
Читайте нас