– Бөгөн беҙ был залға башҡорт теле көнөндә – башҡортса яңғыраясаҡ шиғырҙар һәм йырҙар тыңларға, туған телебеҙҙә һөйләшергә, ғәзиз туған телебеҙҙең көсө, ҡеүәте, матурлығы менән тағы ла бер тапҡыр һоҡланырға йыйылғанбыҙ! Бөгөнгө туған тел байрамын күренекле башҡорт шағирәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты Әнисә Таһироваға арнайбыҙ, Әнисә Таһирова үҙенең 80 йәшен ҡаршылай. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙе уның матур ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ, Әнисә апай Таһирова 1966 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған. “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәгенә йөрөгән. Шағирәнең исеме беҙҙең юғары уҡыу йортоноң, Стәрлетамаҡтың тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған, – тине факультеттың деканы, филология фәндәре кандидаты Рәйсә Илишева сарала ҡатнашыусыларҙы ихлас ҡотлап.
Әнисә Таһированың киң билдәле шиғыр юлдарына яҙылған “Мөғжизәгә килә ышанғым” йырын 4-се курс студенты Гөлнара Кинйәбулатова башҡарыуы менән башланып китте сара һәм шунда уҡ күңелде матур тойғолар биләне. Шағирә образында Гөлназ Мөхәмәтйәнова сығыш яһаны һәм “Мин күҙенә тура ҡарай алам тыуған илем, туған халҡымдың!” юлдары аша Әнисә Таһированың гражданлыҡ позицияһын асып һалды. Саф мөхәббәт хистәрен – был мәңгелек теманы Сулпан Исҡужина һәм Ринат Вәлиев лирик герой һымаҡ еткерә алдылар:
“Мин күнектем, ахыры, һинһеҙ генә,
Яңғыҙ ғына үткән йылдарға.
Йондоҙҙарһыҙ ғына юлдар ярам,
Моңдарымды ялғап моңдарға.
Мин күнектем инде –
Тын төндәрҙе
Көтөп алып хаттар яҙмайым.
Онотмайым бары шул хаттарҙы
Алып килгән сихри яҙ айын...”
Ниндәй көслө образдар аша сағылдыра алған бөйөк хистәрҙе шағирә!
Ә бит Әнисә апайҙың был шиғыры әллә ҡасан, әллә кемгә бағышланһа ла әле генә яҙылғандай йөрәк ҡылдарын тибрәтә, күңел ҡылдарын һынай.
Сара барышында Асель Тоҡтоғулова башҡарған бейеүҙә хас та шағирәнең Ҡоралай образы сағылған төҫлө булды. Ә бына Айгөл Хәйбуллина юмористик рухта һөйләгән “Май бешәм” шиғыры халыҡсанлығы менән алдырҙы.
Әнисә Таһирова ижады башҡаларҙан сонеттары менән айырылып торғанын әҙәбиәт һөйөүселәр белә, ә бына сонеттарының инглиз теленә лә тәржемә ителеүе – минең өсөн бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды. Факультет студенттарға ике профилле белем бирә – башҡорт теле һәм инглиз теле. Шуға күрә Зүнирә Ғәлиуллинаның инглиз телендә еткергән сонеттарҙы төркөмдәштәре йылы ҡабул итте. Ә ошо факультеттың татар һәм сыуаш филологияһы кафедраһы мөдире Илсур Мансуров шағирәнең “Аҡсарлағым” шиғырын татарса уҡып ишеттерҙе, мин инде яҡташым, өлкән ҡәләмдәшем Әнисә апай Таһирова менән булған осрашыуҙарҙы иҫкә төшөрҙөм ошо мәлдә. Шулай уҡ Ләйсән Тимерғәлиева “Халҡым аманаты” шиғырын уҡығанда беҙҙең күҙ алдыбыҙға туған телебеҙҙе иң изге хазиналай күреп яҡларға, һаҡларға саҡырыусы йәшендәй үткер телле шағирә образы килеп баҫты. Сараны йәнле алып барған ҡыҙҙар – Данира Ҡолсәйетова менән Гөлминаз Искәндәрова шағирә Әнисә Таһироваға ул уҡыған уҡыу йорто студенттары, уҡытыусылары исеменән күркәм юбилейы айҡанлы ҡайнар ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Шуныһы үкенесле, Әнисә апай үҙе билдәле сәбәптәр арҡаһында кисәгә килә алманы.
Байрам уңайынан Рәйсә Хәким ҡыҙы был көндө ҡунаҡтарға, башҡорт филологияһы кафедраһы уҡытыусыларына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры Игорь Сыровтың Рәхмәт хаттарын да тапшырып үтте. Кисәлә йәштәрҙең сығыштарҙы ситтән генә күҙәтеп ултырмай, уртала ҡайнап йөрөүҙәре айырыуса һөйөнөслө. Тимәк, әҙәбиәтебеҙ ҙә, шағирә сәскән изгелек, яҡтылыҡ та йәшәй әле, Әнисә Таһирова һымаҡ күренекле шағирәләр донъябыҙҙы артабан да биҙәр!
“Күкте ҡаплап алған ҡара болот
Ерҙә һалҡын томан, ел-яуым.
Баш осонда ҡояш балҡыр әле
Мөғжизәгә килә ышанғым.
Күңел күктәрендә һағыш йөҙә
Һүнәр-һүнмәҫ яна усағым.
Усаҡтарым дөрләп яныр эле
Мөғжизәгә килә ышанғым.
Юғалдылар яҡты хыялдарым
Күпме һүнеп, күпме тоҡандым.
Юғалғаным бер табылыр әле
Мөғжизәгә килә ышанғым”, –
тип яҙған Әнисә апай. Был юлдар меңәрләгән китап уҡыусыларға йәшәү дәрте, тормош сәме биргәндер, тим. Артабан да улар уҡыусыларҙы тик яҡтылыҡҡа әйҙәһен!
Римма ҒӘЛИМОВА,
Рәйсә ИЛИШЕВА фотоһы.