Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Яңылыҡтар
20 Декабрь 2021, 09:20

Афарин!

Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы студенты Гөлдәниә Миңлеғолова Бүрәт республикаһында Башҡортостандың һәм туған телебеҙҙең намыҫын лайыҡлы яҡланы.

Афарин!Афарин!
Афарин!

Буласаҡ уҡытыусылар араһында "Туған тел дәресе" тип исемләнгән халыҡ-ара һөнәри оҫталыҡ конкурсы бына инде 3 йыл дауамында ойошторола. Быйылғы йылда ул Бүрәт республикаһында уҙғарылды. Конкурста Башҡортостан республикаһы,Тыванан,Свердловск өлкәһенән, Монголиянан, Ҡытайҙан барыһы 29 студент ҡатнашты.
Беҙҙең республиканың данын Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжы яҡлап сыҡты. Башланғыс кластар уҡытыусыһы йүнәлеше буйынса уҡыған 3-сө курс студенты Гөлдәниә Миңлеғолова ,башҡорт теленең ҙур тарихлы, бай, йырлы, моңло икәнлеген күрһәтеп беренсе урынға лайыҡ булды.
- Теле барҙың-иле бар. Ошо әйтем минең тормош девизыма әйләнде. Киләсәктә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булырға хыялланам. Туған телебеҙҙе һаҡлайыҡ, балаларыбыҙға ла шуны еткерәйек! - ти Гөлдәниә үҙе.
Әйткәндәй, Гөлдәниә тағы ла фәнни эшмәкәрлек һөҙөмтәләре һәм башҡорт теле олимпиадаларында, конкурстарында яулаған еңеүҙәре өсөн Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ булды!

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас