

Закон проектына ярашлы, тәүге һәм артабанғы балалары тыуған ғаиләләргә ун мең һум күләмендә айлыҡ түләү ҡарала. Йыл һайын ул индексациялауҙы күҙ уңында тота. Айлыҡ түләү балаға 18 йәш тулғандан һуң туҡтатылырға тейеш, тип иҫәпләй проект авторҙары.
Ата-әсә йәки опекун түләүҙе алыуға бала тыуғандан һуң биш йыл дауамында ғариза бирә ала. Әгәр закон проекты хупланһа, яңы йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инеүе ихтимал.
Закон проектын әҙерләгән депутаттар фекеренсә, балалы ғаиләләр - социаль яҡтан аҙ яҡланған төркөм. Тап улар аҙ килемле халыҡтың 82 процентын тәшкил итә.