Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2021, 07:15

ОҪТАХАНАЛАР АРТҠАНДАН-АРТА

Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжында күптән түгел WorldSkills Russia компетенциялары буйынса «Мобиль ҡушымталарын эшкәртеү», «BIM мәғлүмәт моделирлау технологиялары», «CAD инженер дизайны», «Төҙөлөш производствоһын ойоштороу» оҫтаһаналарын тантанлы асыуҙа ҡатнашырға тура килде.Сарала Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин, колледж директоры Илдар Ғүмәров һәм башҡа маҡтаулы ҡунаҡтар ҡатнашты.

- WorldSkills Russia IX Милли чемпионат финалында Өфөлә Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжынан 6 уҡыусы ҡатнашып, шуларҙың 2-һе «Ҡыйыҡ эштәре» компетенцияһында бронза призер булды, - тине Егор Родин. - Егеттәребеҙ Линар Бикмөхәмәтов менән Дмитрий Волков өлгәшкән һөҙөмтәләр беҙҙең дөрөҫ йүнәлештән барыуыбыҙҙыкүрһәтте. Ләкин уңыштарыбыҙҙы арттырыу өсөн уҡыу йорттарыбыҙҙың матди-техник базаһын яҡшыртыу зарур. Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән чемпинат финалы – быға уҙе үк мөмкинлек бирә. Башҡортостандың төҙөлөш тармағы, башҡа тармаҡтар һымаҡ уҡ йәш һәм гәйрәтле белгестәргә мохтаж. Был хәрәкәт артабан да дауам итеренә һәм үҫешенә ышанам. Үҙ сиратында был йүнәлеш һөнәри кадрҙарҙы үҫтереү системаһын яҡшыртарға ла булышлыҡ итәсәк , тине ведомство етәксеһе.
Күп профилле һөнәри колледж директоры Антонина Усевич та күрше уҡыу йортоноң уңыштарына һоҡланыуын белдерҙе һәм Илдар Ғүмәров етәкләгән коллективҡа уңыштар теләне.
Оҫтаханаларҙы презентациялау барышында Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура етәкселеге майҙансыҡтарҙың йыһазландырылыуын юғары баһаланы. Уларҙың иғтибарын бигерәк тә «BIM мәғлүмәт моделирлау технологиялары» компетенцияһы буйынса майҙансыҡ йәлеп итте. Әлеге компетенциялағы эшмәкәрлек капиталь төҙөлөш объекттарын проектлау өлкәһендә мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тәртип-ара ҡараш талап итә. Төҙөлөш тармағындағы архитекторҙар һәм инженер-проектировщиктар бинаның мәғлүмәт моделен эшләй, чертеждар комплектын барлыҡҡа килтерә, инвестицион төҙөлөштә ҡатнашыусылар менән мәғлүмәттәр менән уртаҡлаша. Белгеслек етештереүсәнлекте күтәреүгә һәм төҙөлөштө эффектлыраҡ итеүгә , шулай уҡ үҙҡиммәтте һәм сығымдарҙы кәметеүгә һәм проектты юғары сифат менән тәьмин итеүгә йүнәлдерелә. Әлбиттә быға үтәнән-үтә идар иткәндә генә өлгәшелә. Шуны ла өҫтәп әйткем килә: 2022 йылдың 1 ғинуарынан уҡ дәүләт финанслаған яңы объекттарҙы төҙөгәндә үк мәғлүмәт моделирлау технологияларын ҡулланыу - мотлаҡ шарт булып торасаҡ.

- Иҡтисад ихтыяжын кәрәкле кадрҙарға йүнәлтеү, республика колледждарын йыһазландырыу, юғары квалфикациялы кадрҙар әҙерләү - Башҡортостандың инновацион социаль- иҡтисади үҫеше талаптарына ярашлы, сифатлы һөнәри белем биреүҙең төп маҡсаты булыр тора. Бары тик комплекслы мөнәсәбәт булғанда ғына, мәғариф һәм предприятиелар араһындағы селтәрҙәр аша үҙ-ара бәйләнеш кенә төбәгебеҙҙең айырым бер тармағы өсөн белгестәр әҙерләүгә мөмкинлек бирәсәк,- тип билдәләгәйне Башҡортостандың фән һәм мәғариф министы Айбулат Хажин.

 «Мәғариф» Милли проектының «Йәш профессионалдар» Федераль проектын әүҙем тормошҡа ашырған Илдар Ғүмәров етәкселегендәге Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы – тап ошо юлдан бара тип ышаныслы әйтергә була.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотоһы.

 

 

ОҪТАХАНАЛАР АРТҠАНДАН-АРТА
ОҪТАХАНАЛАР АРТҠАНДАН-АРТА
Автор:Римма Галимова
Читайте нас