Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, сарала Владимир Владимирович балаларға йәнә 10 мең һум күләмендә ярҙам һәм хаҡлы ялдағыларға пенсияларын индексациялау тураһында белдерергә тейеш. Шулай уҡ тауарҙарға хаҡтар төшөрөнә лә ихлас ышана ил халҡы. Ә бына эксперттар һәм аналитиктар Владимир Владимирович QR-код индереүҙе күтәрер, ковид менән көрәш саралары, донъя кимәлендәге хәүефһеҙлек һәм тажлы вирус пандемияһынан зыян күреүсе рәсәйлеләргә ярҙам итеү юлдарын билдәләр тип фаразлай. Бынан тыш тышҡы һәм эске сәйәсәт, иҡтисад һәм башҡа һорауҙар ҙа буласаҡ. Ил етәксеһе сығышына күптәр ҙур өмөттәр бағлай, әлбиттә.
Сараның үҙенә килгәндә, конференцияла ҡатнашасаҡ журналистарҙың һаны пандемия арҡаһында ике тапҡыр кәмегән, шуға күрә бары тик 500 журналистың ғына Президентҡа һорау биреү мөмкинлеге бар. Матбуғат конференцияһында ил башлығы, ғәҙәттә, халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе тыңлай, уларҙы берләштереп Хөкүмәткә йәки башҡа власть органдарына күрһәтмәләр бирә. Барыһын да яҡшыға юрайыҡ!
Р.ҒӘЛИМОВА.