Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2021, 05:59

Рәсәйҙә прививкаларҙың милли календары раҫланды: хәҙер документта коронавирусҡа ҡаршы вакцина бар

Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко иҫкәртеү прививкаларының милли календарын һәм эпидемиологик күрһәтмәләр, шул иҫәптән коронавирусҡа ҡаршы прививкалар календарын раҫланы.

Рәсәйҙә прививкаларҙың милли календары раҫланды: хәҙер документта коронавирусҡа ҡаршы вакцина барРәсәйҙә прививкаларҙың милли календары раҫланды: хәҙер документта коронавирусҡа ҡаршы вакцина бар
Рәсәйҙә прививкаларҙың милли календары раҫланды: хәҙер документта коронавирусҡа ҡаршы вакцина бар

Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Бойороҡҡа ярашлы, 60 йәштәгеләр һәм унан өлкәндәр, медицина, мәғариф һәм социаль өлкәләрҙә эшләгәндәр, социаль учреждениеларҙа йәшәгәндәр, хроник, шул иҫәптән үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренән, шәкәр диабетынан һәм һимереүҙән яфаланғандар, шулай уҡ миллионлы ҡалаларҙа йәшәгәндәр мотлаҡ коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһатырға тейеш.

Документта билдәләнеүенсә, 12-17 йәшлек балаларға прививканы ата-әсәнең йәки законлы вәкилдең яҙма ризалығы менән генә эшләргә мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас