Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
21 Декабрь 2021, 08:35

Стәрлетамаҡ тәрбиәселәре Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттары булды.

Ошо көндәрҙә «Рәсәй тәрбиәселәре – 2021» IX Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Был конкурс Рәсәй Мәғариф министрлығы, Рәсәй Президент гранттары фонды ярҙамында ойошторолдо

Стәрлетамаҡ тәрбиәселәре Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттары булды.Стәрлетамаҡ тәрбиәселәре Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттары булды.
Стәрлетамаҡ тәрбиәселәре Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттары булды.

«Бәйгелә Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән 14 меңдән ашыу мәктәпкәсә белем биреү педагогы көс һынашты», – тип белдерҙе Рәсәй Дәүләт Думаһының мәғариф һәм фән буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, «Рәсәй тәрбиәселәре» ойошмаһы етәксеһе Лариса Тутова.
Был юлы яңы һынауҙар араһында – «Фән юлында» номинацияһы ла булды. Был номинацияла II дәрәжә диплом менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының 51-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миләүшә Шәфиева бүләкләнде. Миләүшә Рәшит ҡыҙының балалар менән эшләү тәжрибәһе – 20 йыл, ул бәйгегә «Иң кескәйҙәрҙең балалар баҡсаһы шарттарына өйрәнеү ысулдары» темаһына арналған диссертацияһының концепцияһын тәҡдим иткән.
«Беҙҙең эштә иң мөһиме – балаларға яратыу. Һәр бала, хатта иң бәләкәсе лә – үҙ холҡо, үҙ теләге булған шәхес. Һәр баланы күрә, ишетә белеү мөһим. Һөнәремде ҡалдырып киткән саҡтарым ада булды, әммә балалар менән эшләү минең булмышым икәнде аңлап, кире әйләнеп ҡайттым. Унан бигерәк, быйыл мин психолог һөнәрен үҙләштерҙем һәм кескәйҙәр менән яңы йүнәлештә эшләргә теләйем. Хеҙмәтемде федераль кимәлдә баһалауҙары ҙур мәртәбә, әлбиттә, шул уҡ ваҡытта яҡшыраҡ эшләргә яуаплылыҡ та өҫтәй», – тине Миләүшә Шәфиева.
Римма Сәйғәфәрова ла Стәрлетамаҡ ҡалаһының 33-сө балалар баҡсаһында физик культура буйынса инструктор. Балаларҙа үҙ өлгөңдә генә спортҡа, сәләмәт тормошҡа һөйөү тәрбиәләргә мөмкин, тигән фекерҙә ул. Римма Сәйғәфәрова тәҡдим иткән видео-проект III дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Эштәрендә артабан да тик уңыштар ғына юлдаш булһын

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас