Сарала уҡытыусыларҙан тыш тәрбиәселәр, өҫтәмә белем биреү педагогтары ла ярышты. Бер һүҙ менән әйткәндә, ҡалабыҙҙың 42 иң яҡшы тип табылған педагогы оҫталыҡ дәрестәре, мәғарифҡа ҡағылышлы фекер алышыуҙарҙа ҡатнашты һәм еңеүҙәргә ынтылды. Уларҙы педагогика оҫталары булған БашДУ уҡытыусылары һәм ғалимдары баһаланы. Сараны музыкаль йәһәттән уҡытыусылар үҙҙәре театрлаштырылған тамаша менән һәм йөрәкте ҡуҙғатыр йырҙар менән биҙәһә, шулай уҡ Пионерҙар һарайының ижади коллективтары сығыштары ла йөрәктән-йөрәккә етте. Конкурста ҡатнашыусыларға ярыш сәме теләп, уларҙың һәр береһенә уңыш юлдаш булырына өмөтләнгәйнек. Бөгөн иһә еңеүселәр билдәләнәсәк.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей Крамсков фотоһы.