Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2021, 10:13

Беҙҙең журналистар Путинға ниндәй һорау бирергә уйлай?

Билдәле булыуынса, Путиндың матбуғат конференцияһына Башҡортостандан  биш кеше китте. Улар - Руслан Шәрәфетдинов (“Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире), Артур Хәсәнов (“Горобзор” сайты етәксеһе), Гөлназ Хәйбуллина (БЮТ хәбәрсеһе), Максим Окунев (“РБК” хәбәрсеһе) һәм Вадим Исламов (БЮТ операторы). 

Беҙҙең журналистар Путинға ниндәй һорау бирергә уйлай?Беҙҙең журналистар Путинға ниндәй һорау бирергә уйлай?
Беҙҙең журналистар Путинға ниндәй һорау бирергә уйлай?

Матбуғат конференцияһы башланғансы, Беренсе канал журналистары төрлө төбәктәрҙән килгән журналистар менән аралашты. Улар БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина һәм “Горобзор” сайты мөхәррире Артур Хәсәнов менән аралашып өлгөрҙө.

Гөлназ барыһы  менән  дә башҡорт телендә иҫәнләште. Уның ҡулында бер нисә табличка ине. Унда “Өфө-450”, “Башҡорттар бында”, "Башкирка" тигән һәм башҡа яҙмалар күренеп ҡалды.

“Өфө ҙур юбилейға әҙерләнә, оҙаҡламай 450 йыл тула. Ил Президентынан юбилейға әҙерлек буйынса ниндәй финанс ярҙамы булыр тип һорарға уйлайбыҙ. Беҙ яңы күперҙәр, юлдар, социаль объекттар төҙөлөүен теләйбеҙ. Һорауым шул турала”, – тине ул.

Артур Хәсәновтың плакатында иһә - “Бер нимә хаҡында ла һорағым килмәй, үҙегеҙ һора тиһәгеҙ генә” тигән яҙыу. Ул да Өфөнөң юбилейы тураһында һорарға теләй.
фото:Башинформ

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас