Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Яңылыҡтар
23 Декабря 2021, 14:06

Путин башҡорт журналисының һорауына яуап бирҙе.

Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы журналисы Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған һорау бирҙе. Гөлназ Хәйбуллина һүҙен башҡортса сәләмләүҙән башлап ебәрҙе.

Путин башҡорт журналисының һорауына яуап бирҙе.Путин башҡорт журналисының һорауына яуап бирҙе.
Путин башҡорт журналисының һорауына яуап бирҙе.

Владимир Путин Өфөнө йылы итеп телгә алды. Баш ҡалабыҙҙың Волга буйындағы иң шәп ҡалаларҙың береһе икәнен дә билдәләп үтте.
- Өфөләге байрамға килергә тырышырмын. Ул ҡала бит һәр  ваҡыт ислам үҙәге булды һәм булып ҡала, - тине Владимир Путин.
Юбилейға әҙерлек буйынса ярҙамға килгәндә, ил башлығы әйтеүенсә, ул төбәк етәксеһе менән өҫтөнлөклө проекттар тураһында һөйләшәсәк әле.
  - Өҫтәмә ресурстар ҙа кәрәкмәй, улар инфраструктураны үҫтереүгә, юл һәм социаль тармаҡҡа, мәҙәниәткә йүнәлтелгән, бары тик Өфө юбилейын лайыҡлы, матур итеп үткәрһен өсөн дөрөҫ итеп бүлергә генә кәрәк, - тине ил башлығы.
  Бәлки, өҫтәмә аҡса бүленер, быны төбәк етәкселеге менән хәл итәсәктәр.
  Гөлназ Хәйбуллина хоккей буйынса донъя чемпионатын Өфөлә үткәреү мөмкинлеге тураһындағы тәҡдимен дә еткерҙе.
Путин  "Салауат Юлаев" командаһын маҡтап телгә алды.
 - Чемпионатты Өфөлә лә бик яҡшы итеп уҙғарырға була, - тине Президент.
  Уның фекеренсә, Өфө һәр төрлө халыҡ-ара сараны ла юғары кимәлдә ойошторорға һәләтле.  

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас