

Путиндың йыллыҡ матбуғат конференцияһында “Интерфакс” агентлығы етәксеһе Вячеслав Терехов һорау бирҙе. Уның һорауы – коронавирус менән көрәш тураһында булды.
- Иҡтисади көрсөктән нисек сығырға? Иҡтисад уңышлы үҫешһен өсөн халыҡтың тулы вакцинацияһы кәрәкме? Хөкүмәт һәм Үҙәк банктың эшмәкәрлеген нисек баһалайһығыҙ?” – тип һораны ул.
– Һеҙ биргән бөтә һорауҙарға ла яуап бирһәм, матбуғат конференцияһының аҙағына етәсәкбеҙ, - тип шаяртты Владимир Путин. – Беҙҙең иҡтисад коронавирус саҡырыуҙары менән бәрелешкәс, берҙәмерәк һәм төрлө көтөлмәгәнлектәргә әҙер булып сыҡты.
Ил башлығы белдереүенсә, иҡтисадтың түбәнәйеүе өс процент тәшкил иткән, был донъяның бик күп алдынғы илдәренә ҡарағанда әҙерәк, беҙ башҡаларға ҡарағанда тиҙерәк аяҡҡа баҫтыҡ. Иҡтисад һөҙөмтәләре Рәсәй өсөн бик ҙур экспорт ҡеүәте булдыра.
Шулай уҡ дәүләт башлығы төҙөлөштәге уңыштарҙы билдәләне. Бер йыл эсендә 90 миллион квадрат метр төҙөлгән, был - рекорд. Инфляцияға килгәндә, уның кимәле 8 процент булыр тип көтөлә. Эшһеҙлеккә килгәндә, властар пандемияға тиклемге кимәлде тергеҙеү бурысын ҡуйған. Ә беҙҙә ул тағы ла түбәнерәк булды. Халыҡтың реаль килеме йыл аҙағына 3,5 процентҡа тиклем үҫер, ти белгестәр.
Иҡтисадтың пандемиянан зыян күргән тармаҡтарына ярҙам иткән саҡта барыһы ла эш урындарын һаҡлау һәм кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелә, ти Президент.
– Рәсәйҙең бюджеты – социаль йүнәлешле. Киләһе йылда социаль кәрәк-яраҡ өсөн бөтә кимәл бюджеттарҙан 4 триллион һум аҡса тотоноу күҙаллана. Ул күберәк тә буласаҡ, – тине Владимир Путин.