Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Яңылыҡтар
23 Декабря 2021, 14:34

"Вакцинаһыҙ сирҙе еңә алмаясаҡбыҙ! "

Ил Президенты Владимир Путиндың  тура эфирҙа барған матбуғат конференцияһында коронавирусҡа ҡаршы вакцинация проблемаһына арналған тағы бер һорау бирелде.

"Вакцинаһыҙ сирҙе еңә алмаясаҡбыҙ! ""Вакцинаһыҙ сирҙе еңә алмаясаҡбыҙ! "
"Вакцинаһыҙ сирҙе еңә алмаясаҡбыҙ! "

Был кешеләрҙең ни өсөн прививка яһатырға теләмәүе һәм уны, бәлки, көсләп эшләтеү саралары тураһында һоранылар.
Владимир Путин әйтеүенсә, илдә коронавирусҡа ҡаршы прививка һалдырмаған кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә сикләү саралары күрелмәй.
“Кешеләргә хөрмәт менән ҡарарға кәрәк”, – тине ул.
Шул уҡ ваҡытта хоҡуҡ боҙоусылар менән көрәш бара. Һәм ул  мотлаҡ дауам итәсәк.
– Хоҡуҡ боҙоусылар менән көрәшергә кәрәк, ә закон буйынса йәшәгән граждандар менән түгел. Эйе, вакцинациялау тураһында ялған сертификаттар эшләйҙәр. Ундай кешеләргә ҡарата 200-ҙән ашыу енәйәт эше ҡуҙғатылды. Улар ике статья буйынса ҡуҙғатыла: ялған документтар эшләү һәм вазифалы енәйәттәр. Ошондай осраҡтарҙа  көрәшергә кәрәк, башҡаса булмай, – тине Владимир Путин.
Ил башлығы белдереүенсә, коронавирустың яңы тулҡындары вирустың мутацияһы менән  бәйле. Шуға күрә, бөтә донъя буйынса вакциналарҙы танырға һәм таратырға кәрәк. "Башҡаса беҙ уны еңә алмаясаҡбыҙ", - тине ул. Шулай уҡ Владимир Владимирович яңынан сирләгәндәр һәм вакцина яһатҡандарҙың сирләүе тураһында фекерен еткерҙе.
- Әлбиттә, бер сирләгән кешеләр ҡабаттан ауырыуҙы йоҡторған осраҡтар ҙа бар. Тик улар  бик әҙ, икенсе тапҡыр кешеләрҙең ни бары бер проценты ғына ауырый. Ә вакцина яһатҡандарҙың - 3-4 проценты. Ә дауаханаларҙа вакцина яһатҡандар бигерәк әҙ. Был - объектив һандар, - тине Путин. 

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас