Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2021, 05:15

Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө

Күп милләтле халҡының хоҡуҡтарын яҡлай Конституция ҡабул итеү – Башҡортостан тарихында мөһим мәл, ул республиканың демократик, хоҡуҡи нигеҙен билдәләне һәм гражданлыҡ яуаплылығын көсәйтте.

Башҡортостан Республикаһы – илебеҙҙең иң үҫешкән төбәктәренең береһе. Бында тыныслыҡ һәм милли татыулыҡ тантана итә. Был республика халҡының тығыҙ хеҙмәтенә бәйле.

Республика Конституцияһы уның күп милләтле халҡының хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлауға, шулай уҡ төбәктең мәҙәни-тарихи мираҫын һәм тел үҙенсәлектәрен һаҡлауға йүнәлтелгән. Ҡануниәтте ҡәтғи үтәү, граждандарҙың юғары хоҡуҡи мәҙәниәтен булдырыу социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе уңышлы сисеүгә, дәүләт идаралығының әһәмиәтлелегенә һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүгә мөһим шарттар булып тора.

Хөрмәтле стәрлетамаҡтар! Һеҙҙе байрам менән ихлас йөрәктән ҡотлайым! Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, уңыштар һәм тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм илебеҙ хаҡына яңы ҡаҙаныштар теләйем!

Ихтирам менән, Рөстәм ҒӘЗИЗОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө
Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө
Автор:Римма Галимова
Читайте нас